“Белеүебеҙсә, ЮНЕСКО биргән статус тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу, бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итеү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Бындай геопарктар глобаль селтәрҙә – ни бары 147, һәм улар Гранд-Каньон, Альп тауҙары кеүек беҙгә бала саҡтан таныш ерҙәр. Ошо көндәрҙә генә үҙебеҙҙең Янғантауҙың Рәсәйҙә тәүге геопарк булыуына шатланғайныҡ. Торатау менән дә ошо ҡатмарлы, әммә беҙҙең өсөн мөһим юлды ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үтербеҙ, тип ышанам. Әлегә иһә, таныштырыу өсөн әҙерләнгән видеоны ҡарағыҙ”, – тип яҙған республика етәксеһе үҙенең сәхифәһендә.
https://www.facebook.com/radiyhabirov/videos/711788776004363/