Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Сәйәсәт
23 Августа 2019, 09:12

Республика Дәүләт Йыйылышында уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметергә теләйҙәр

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа уҡытыусыларға бюрократик йөкләмәне кәметеү менән шөғөлләнә башланылар. Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ултырышында уҡытыусыларға юғарылағы ведомстволарҙың йөкләмәһе һалыныуы билдәләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Өҫтә» уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу ысынында иһә күп һанлы отчет рәүешендәге үҙконтроль менән алмаштырылған. Һөҙөмтәлә — уҡытыусыларға саманан тыш «ҡағыҙ» йөкләмә генә түгел, ә формализм һәм өҫтәлмә яҙыуҙар өсөн киңлек, ситтән эшмәкәрлекте объектив баһалауҙан китеү. Уҡытыусыларға, бынан тыш, методистарҙың эше йөкмәтелә», — тип аңлатма бирҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев.


Эксперт советы ағзалары «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль закондың 6-сы һәм 8-се статьяларына төҙәтмәләр индерергә тҡдим итте. Тәҡдимдәр 28 авгусҡаса ҡабул ителә.

Читайте нас