Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ мәтрүшкә, бер ҡалаҡ һары мәтрүшкә һәм бер ҡалаҡ бөтнөк үләне алына. Уларҙың барыһын бергә ҡушып бутарға һәм бер ҡалаҡ үләндәр ҡатнашмаһына 1 л ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут төнәтергә.
Сәйҙе тондороп ҡына эсегеҙ, уны эсеп бөткәнсе үләне сынаяҡтың төбөндә ҡалһын. Бындай сәйҙе даими эсергә кәрәк, ул көс бирә. Бер аҙҙан юҡ-барға көйөп барыуҙан арынып, мейегеҙ шәп эшләй башлағанын тойорһоғоҙ. Был сәйҙе даими ҡулланыу инсульт менән инфарктан да һаҡлай.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.