Уны әҙерләү өсөн балан емешен эҫе һыу менән бешекләп, иләк аша үткәрергә һәм 1:1 нисбәтендә бал өҫтәп, бер аҙна бүләмәлә тоторға. Әҙер булғас, ас ҡарынға бер ҡалаҡ ашағанда, организм бер көнгә етерлек витамин ала.
Тамаҡ ауыртҡанда һәм тауыш юғалғанда
Бер ҡалаҡ баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм йылы урынға ҡуйып, ике сәғәт төнәтергә. Ангина булғанда көнөнә өс тапҡыр тамаҡты ошо төнәтмә менән сайҡатырға, тауыш юғалғанда көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Бронхиттан
Өс ҡалаҡ баланды иҙеп, өс ҡалаҡ бал ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашмаға бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп, йылы килеш сәй урынына эсергә. Был төнәтмә үпкә ялҡынһынғанда ла файҙалы.
Фото:Т.Аманов.