Әле үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә эш ҡайнай. Төҙөүселәр майҙансыҡты ҡырсынташ менән тигеҙләп, арматура теҙеп нығытып, нигеҙҙе бетонлай башланы. Был эш тамамланғас, каркастың металл конструкцияларын ҡуясаҡтар.
Тиҙҙән яңы бина ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөһим үҙәк булып, уларға сифатлы медицина ярҙамы һәм кәрәкле хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Төҙөлөштө тамамлау урындағы табиптарҙың эшен яҡшыртыр һәм районда медицина хеҙмәттәре кимәлен күтәрер, тип көтөлә. Яңы бинала табиптар өсөн заманса эш шарттары ҡаралған, ә иң мөһиме – пациенттар өсөн уңайлыҡтар бар. Бында иркен табип бүлмәләре, УЗИ һәм функциональ диагностика кабинеттары урынлашасаҡ, процедура кабинеты йыһазландырыласаҡ. Яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылыуын буласаҡ һәр әсә түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки бында өҫтәмә хәстәрлек һәм ярҙам ресурсы буласаҡ.
Теманы дауам итеп...
2025 йылдан Башҡортостанда «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк проекты старт алды. Уны тормошҡа ашырыуға 714,9 миллион һум ҡаралған, шуның 700,6 миллион һумы федераль бюджеттан. Был аҡса, дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы үҙәктәре төҙөүгә, һигеҙ медицина ойошмаһында акушер-гинекологтар кабинеттарын һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын заманса үҙгәртеп ҡороуға һәм йыһазландырыуға йүнәлтелә.Фекер...
Юнир Ғәлин, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы баш табибы:
— Ҡатын-ҡыҙҙарҙы заманса кимәлдә ҡабул итеү өсөн тейешле шарттар кәрәк. Әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында шарттар ҡыҫынҡы: өс табип пациенттарҙы бер ҡарау кабинетында тикшерә. Йөклөләр КТГ үтә, шул уҡ ваҡытта икенсе ҡатын ҡабул итеүгә инә. Беҙ элекке палатаны бүлеп, унда УЗИ-аппарат ҡуйҙыҡ. Әммә был дөрөҫ түгел, сөнки анонимлыҡ факторы һаҡланмай. Проект буйынса яңы бинала һәр табиптың үҙ процедура кабинеты буласаҡ.
Лилиә Бәҙретдинова.
Ҡариҙел районы.