Ул 2013 йылдан башлап Туғай ауылы, артабан 2021 йылдан Ҡоҙаш халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Эшләү дәүерендә һәр пациентының ауырыу тарихын яҡшы өйрәнә, медицина картаһын алып ҡарау ҙа кәрәк түгел уға. Дарыуҙары менән генә түгел, йылы һүҙе, төплө кәңәштәре менән дә ярҙам итә, тиҙәр уның тураһында ауылдаштары. Гертруда Вячеславовнаны яҡшы белгес булыуы өсөн генә түгел, яҡшы “серҙәш” һәм дуҫ булғаны өсөн дә хөрмәт итәләр. Уға сәләмәтлегеңә бәйле булған бөтә “серҙәреңде” ҡурыҡмайса сисергә була.
Тыумышы менән Гертруда — Борай районы Алтайыу ауылы ҡыҙы. Бала сағынан уҡ табип булырға хыяллана ул. Мәктәпте тамамлағандан һуң Сарапул медицина училищеһына уҡырға инеп, фельдшер белгеслеген үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Краснокама районының “Арлан технологик транспорт идараһы”нда фельдшер булып башлай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
Беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе — медицина ярҙамын юғары сифатлы итеү. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары сиктәрендә ауылдарға белгестәр йәлеп итеү, уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Ауылдарҙа йәшәүселәрҙе медицина ярҙамы менән тәьмин итеү дәрәжәһен күтәреү, беренсел медицина ярҙамынан файҙалана алыуын арттырыу, ауыл ерендә эшләргә риза булған белгестәргә социаль ярҙам күрһәтеү.
Райондашы, Бикйән ауылы егете Алексей менән ғаилә ҡороп, ҡыҙҙары тыуғас, Туғай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсә. Ул йылдарҙы Гертруда бик йылы хистәр менән иҫкә ала. “Туғайҙар йылы ҡаршы алды, мине хөрмәт итеп, эшемде хуплап тора ине”, — тип һөйләй.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булараҡ Гертруда Вячеславовна эш урынының санитар талаптарға яуап биреүе, ауырыуҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса күп көс һәм тырышлыҡ һала.
Эшемдә барлыҡ шәхси мәшәҡәттәрем онотола, нисек итеп дөрөҫ ярҙам күрһәтергә — беренсе планға ауырыуҙың проблемалары сыға. Беҙҙең һөнәрҙә битарафлыҡҡа урын юҡ. Кешеләргә булышыу теләге тыумыштан юҡ икән, медицина эшенә бармаҫҡа кәрәк, — ти Гертруда ханым.
Гертруда Вячеславовнаның тағы бер яуаплы эше — диспансеризацияға мөмкин ҡәҙәр күберәк кешене йәлеп итеү. Йәшерен-батырын түгел, бынан күп йылдар элек үк үткәрелә башлаған әлеге төр медицина тикшереүенә күптәр әле һаман барырға атлығып тормай. Берәүҙәр был аҙымды: “Унда барыбер өҫтән-өҫтән генә тикшерәләр”, — тип аңлатһа, икенсе берәүҙәр иһә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана.
Ғәҙәттә, халыҡ табипҡа нимәлер ауыртһа, борсой башлаһа ғына мөрәжәғәт итә, — ти әңгәмәсем. — Был ваҡытта ауырыу аҙған, таралған була. Шуға ла, дауалау ауырлаша, ҡайһы бер осраҡтарҙа файҙаһы теймәҫкә лә мөмкин. Беҙҙең төп бурысыбыҙ — диспансеризация үткәреп, кеше организмында барған йәшерен сирҙәрҙе асыҡлау, сырхау табылған осраҡта тейешле дауалау саралары үткәреү.
Ана шулай үҙ бурысын теүәл белеп башҡара ул. Тырыш хеҙмәте эҙһеҙ үтмәй. “Ауыл фельдшеры” программаһы тормошҡа ашырыла башлағас, Гертруда Вячеславовна 500 мең һумлыҡ грант ала.
Үҙ эшемде бик яратам, бар күңелемде һалып башҡарам. Тәү сиратта кешенең күңелен аңларға, уға психологик ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ҡайһы саҡта һинең бер йылы һүҙең дә кешене аяҡҡа баҫтырырға мөмкин. Ауыл халҡына ҙур рәхмәтлемен — һәр ваҡыт әйткән һүҙемде үтәйҙәр, биргән кәңәштәремә ҡолаҡ һалалар, — ти Гертруда ханым.
Фекер..
Радик Хәсәнов, Борай үҙәк район дауаханаһы баш табибы:
Районда медицина персоналы сафтарына йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү йүнәлешендә әүҙем эш алып барабыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән башланған “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программаларына рәхмәтлебеҙ.
Венера Арысланова.
Борай районы.