Радий Хәбировтың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибары ҙур. “Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” проекты — шуның бер дәлиле. Башҡортостан Башлығы әлеге проектты халыҡ өсөн бик мөһим тип һанай һәм уны киләсәктә лә дауам итергә кәрәклекте билдәләй.
25 августа Мишкә районына “Сәләмәтлек поезы” килә. Ул 4 сентябргә тиклем Яңы Троицкое, Кесе Нәкәрәк, Татарбай, Камай, Ленинское, Оло Шаҙы, Ҡайраҡ, Тымбай, Оло Сухояз ауылдарында булып, урындағы халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Табип-терапевт, табип- эндокринолог, лор, хирург, стоматолог, окулист һәм башҡа тар белгестәрҙән тыш, күсмә медицина комплексында флюорография, маммография, ҡан баҫымын, холестерин, глюкоза һәм башҡа йәшәү өсөн бик кәрәкле күрһәткестәрҙе тикшереүсе кәрәкле медицина ҡорамалдары менән күсмә һаулыҡ үҙәге лә эшләйәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: “Республика халҡының һаулығын һаҡлау беҙҙең төп бурыс булып ҡала. Төп маҡсат — 2030 йылға уртаса ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткереү. Һәм, әлбиттә, ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау, диагностикалау мөһим. Киләсәктә лә был эште дауам итәсәкбеҙ”.
Фекер...
Фото асыҡ сығыныҡтарҙан алынды.
Наилә ИМАЕВА әҙерләне.