Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Август , 09:16

Ҡанды шыйығайтыу өсөн ниндәй ризыҡтар ашарға?

Инфаркт, инсульт, тромбофлебит, геморрой һәм башҡалар - был ауырыуҙар ҡандың артыҡ ҡуйы булыуынан барлыҡҡа килә.  

Ҡанды шыйығайтыу өсөн ниндәй ризыҡтар ашарға?
Ҡанды шыйығайтыу өсөн ниндәй ризыҡтар ашарға?

Ә ҡайһы бер ризыҡтарҙы көндәлек рационға индергәндә, был бәлә һеҙҙе урап үтер.

Тәү сиратта таҙа һыу эсергә кәрәк. Көнөнә 2 литр һыу (ә эҫе көндә 2,5 л) эсеү ғәҙәткә инергә тейеш. Икенсенән, хәрәкәт итеү кәрәк. Көнөнә 4 - 5 саҡрым йәйәү йөрөү - сәләмәтлек сығанағы.

Тағы ла етен һәм зәйтүн майын, һуған һәм һарымһаҡ, лимон, сөгөлдөр, какао һәм әсе шоколад, балыҡ, томат, һоло бутҡаһы, имбирь, көнбағыш орлоғо һәм емеш-еләк (ҡурай еләге, бөрлөгән, сейә, көртмәле, черешня һәм башҡалар) ашау һәм ҡулланыу файҙалы. Ә бына майлы һурпа, колбаса, ыҫланған ризыҡтар, аҡ икмәк, һөт өҫтө, гөлемеш, ҡара миләш, банан һәм манго киреһенсә, ҡанды ҡуйырта. Шулай уҡ һары мәтрүшкә, меңяпраҡ, кесәрткән, кукуруз сәсе кеүек үлән төнәтмәләрен дә самалап ҡулланырға кәңәш ителә. 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Автор:
Читайте нас: