Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Май , 10:46

Мейестә бешкән һуған файҙалы

Аҙнаһына ике тапҡыр ашарға бешерәм. Шунда ризыҡ янына бөтөн һуған һалып ебәрәм. Ошо һуғанды ашай торғас...

Мейестә бешкән һуған файҙалы
Мейестә бешкән һуған файҙалы

Мейестә бешкән һуған ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә . Был хаҡта Флүрә ханым хәбәр итә.

"Аҙнаһына ике мәртәбә духовкала ашарға бешерәм. Шунда бешкән ризыҡ янына бөтөн килеш әрселгән һуған һалып ебәрәм. Ошо һуғанды ашай башлағас, шәкәрем кәмене. Көн һайын бер семтем етен орлоғо ашау ҙа шәкәрҙе кәметә тиҙәр. Бына уныһын һынап ҡараған юҡ әле",  - тип яҙған ул.

Ә һеҙ бешкән һуған ашарға яратаһығыҙмы?

Әйткәндәй, элек беҙ бәләкәй саҡта өләсәйҙәр сәйҙәренә һалып һуғанды ашай торғайны.

Фото һәм сығанаҡ: "1001 кәңәш" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас: