Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Март , 10:00

Яңы модулле ФАП төҙөлөүен

Нажар ауылы халҡы түҙемһеҙлек менән көтә

Яңы модулле ФАП төҙөлөүен
Яңы модулле ФАП төҙөлөүен

Республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Заманса технологиялар, квалификациялы кадрҙар, яңы дауалау ысулдары — былар барыһы ла халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм яҡшыртыу маҡсатынан эшләнә.
Балтас районы ла әлеге үҫеш процесы менән бергә атлай. Яңы йыһаздар урынлаштырыла, табиптарҙың квалификацияһы күтәрелә, медицина хеҙмәттәренең сифаты яҡшыра. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Медицинаның башланғыс звеноһын модернизациялау” программаһы сиктәрендә ауылдарҙа яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә.
ФАП-тар — ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлау өсөн бик мөһим объект. Улар беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәге булып тора. Бында табиптар ҡабул итә, прививкалар яһала, беренсел тикшеренеүҙәр үткәрелә. Тиҙ арала медицина ярҙамы күрһәтеү, ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау һәм дауалау, профилактик саралар үткәреү — вакцинация, халыҡҡа сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында мәғлүмәт биреүҙә уларҙың төп әһәмиәте.
“Республикабыҙ өсөн был тема айырыуса әһәмиәтле, сөнки төбәк халҡының өстән беренән артығы ауыл ерендә йәшәй. Мин райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ниндәй генә биналарҙа урынлашмауын күрҙем, ә улар беҙҙә барлығы 1960. Мәҫәлән, бер ФАП Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби әҫирҙәр урынлашҡан баракта булған, икенсеһе — XIX быуат бинаһында. Оҙаҡ ваҡыт был объекттарға бөтөнләй тейешле иғтибар бирелмәне. Шуға күрә беҙ барлыҡ иҫке ФАП-тарҙы алмаштырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путинға беренсел звеноны комплекслы модернизациялау программаһын башлап ебәргәне өсөн рәхмәтлебеҙ”, — тине республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһының матди-техник базаһын нығытыуҙың мөһимлеге тураһында.
“Һаулыҡ һаҡлау” (“Оҙайлы һәм әүҙем тормош”) милли проекты сиктәрендә районда 11 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табип амбулаторияһы төҙөлгән. 2018 йылда — Маты, Тутағас, 2020-лә — Һәйтәк, 2022-лә — Асау, Уразай, Түбән Иванай, Мағашлы-Алмантай, 2023-тә — Түбән Ҡарыш, Юғары Ҡанһөйәр, 2024 йылда Көндәшле, Ҡомъяҙы, Иштирәк ауылдарында яңы заманса медицина биналары үҙ ишектәрен асты. Әлеге ваҡытта Нажар ауылында яңы ФАП төҙөлә.

Фекер...
Салауат Ғилметдинов, Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
— Балтас районы өсөн яңы ФАП-тар төҙөлөү — халыҡҡа күрһәтелә торған медицина ярҙамының сифатын күтәреүҙә ҙур аҙым. Ауыл ерендә ФАП-тың булыуы, беренсе медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтергә, ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә. Был бигерәк тә район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауылдар өсөн бик мөһим. Был программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтлебеҙ.

 

Фирғәт Нәбиуллин.

 

Автор:
Читайте нас: