Тантанала тәбрикләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин һәм Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов сығыш яһаны. Улар Урмияҙ ауылында йәшәүселәр был ваҡиғаны күптән көтөп алыуын, үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарлы булыуҙың мөһимлеген билдәләне, ә медицина персоналына кешеләр сәләмәтлеген һаҡлау эшендә уңыштар теләне.
Фекер...
Динис Йосопов, Асҡын районы хакимиәте башлығы:
Районыбыҙҙа был икенсе асылған табип амбулаторияһы, быға тиклем Иҫке Ҡаҙансы ауылында яңы бина үҙ ишектәрен асҡайны. Районыбыҙҙа былтыр дүрт модулле яңы ФАП асылды, быйыл иһә биште сафҡа индереү күҙаллана. Заманса яңы медицина учреждениелары төҙөү кешеләрҙе уңайлы шарттарҙа кәрәкле медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Наилә Имаева.
Автор фотолары.