Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Февраль , 12:45

Ҡараярҙа яңы табиплыҡ амбулаторияһы асылды

Тәүге медик-санитар ярҙамды 4,1 мең кеше аласаҡ.    

Ҡараярҙа яңы табиплыҡ амбулаторияһы асылды
Ҡараярҙа яңы табиплыҡ амбулаторияһы асылды

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында табиплыҡ амбулаторияһы асылды.  Медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар  һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттар өсөн ҡабул итеү бүлмәһе, терапевт, педиатр, прививка яһау, процедура кабинеттары бар. Шулай уҡ көндөҙгө стационар эшләй. Өлкәндәр һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Табиплыҡ амбулаторияһы алты ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Тәүге медик-санитар ярҙамды 4,1 мең кеше аласаҡ.

Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас