“Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” федераль проекттары медицина ойошмаларына кадрҙар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә медицина хеҙмәткәрҙәре рәте тулылана, ә пациенттар квалификациялы ярҙам ала. Тыуған яҡтарына ҡайтып, ауылдаштарын дауалауға лайыҡлы өлөшөн индергән белгестәр араһында Асҡын егете Рим Мөхәмәтов та бар. Йәш белгес Асҡын район дауаханаһының хирургия бүлексәһенә етәкселек итә. Ул Асҡын ауылында тыуып үҫкән, бәләкәй саҡтан табип булырға хыялланған. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә һәм 2022 йылда ҡулына диплом ала.
– Пандемия ваҡытында миңә университет клиникаһында, Өфөнөң 5-се һәм 8-се дауаханаларында эшләргә тура килде. Ауыр ваҡыт булһа ла, тәжрибә туплау өсөн ысын һынау осоро булды. Көрсөк шарттарында эшләгәндә күп нәмәгә өйрәндем, – ти Рим Рәмил улы.
Университетты тамамлағандан һуң “Хирургия” белгеслеге буйынса ординатураға дөйөм хирургия кафедраһына уҡырға инә, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы базаһында практика үтә.
2024 йылда Рим Мөхәмәтов тыуған ауылына ҡайта һәм табип-стажер хирург вазифаһында эш башлай. “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашып, 1,5 миллион һум күләмендә аҡса ала. Республикала йәш белгестәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. ”Ауыл табибы” программаһы буйынса ауыл ерҙәренә эшкә килгән табиптарға бер миллион һумдан 1,5 миллион һумға тиклем аҡса түләнә.
– Ошо осорға тиклем мин 239 операция яһаным. Пациенттарҙың һауығыуын күргән һайын үҙемдең дөрөҫ юл һайлағанымды аңлайым, – ти Рим Мөхәмәтов.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға, кадрҙар менән тулыландырыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Яңы милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдың ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.