Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Февраль , 09:00

Балаларға йылмайыу бүләк итә

Сулпан Мусина яратҡан һөнәренә 40 йыл ғүмерен бағышлай

Балаларға йылмайыу  бүләк итә
Балаларға йылмайыу бүләк итә

Теш табибы кабинеты алдында балалар ғына түгел, хатта өлкәндәрҙең дә ҡурҡыу һәм тулҡынланыуы сер түгел. Әммә был һөнәр вәкилдәре араһында теш дауалау иң ҡурҡыныс һәм ауыртыулы ғәмәл тигән фекерҙе тамырҙан үҙгәртеүсе оҫталар ҙа бар. Борай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһында эшләүсе теш табибы Сулпан Мусина нәҡ шундайҙарҙан.
Борай ауылында тыуып үҫкән Сулпан Рим ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина университетында стоматолог белгеслеге ала. Ул Борай үҙәк район дауаханаһының стоматология поликлиникаһына Бөрө ҡалаһында интернатура тамамлағандан һуң килә. Һәм үткән 40 йыл ваҡыт эсендә Сулпан Рим ҡыҙы хеҙмәттәштәре араһында абруйлы остаз һәм бәләкәй пациенттарҙың яратҡан табибына әйләнә.
— Бала саҡтан уҡ табип булырға хыяллана инем. Балалар баҡсаһында табип булып уйнауҙар ҙа йоғонто яһағандыр. Бөгөнгөләй хәтеремдә: бергә йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың тештәре һелкенһә, мин таҫтамал тотоп, яндарына барам да баҫам. Ултырғысҡа ултыртып, ауыҙҙарын астыртып, тештәрен тартып алам. Ҡурҡыу ҙа юҡ... Нисек уларҙың ата-әсәһе тиргәшеп килмәгәндер, белмәйем, ваҡыты шулай булғандыр инде. Бөгөн иһә ата-әсәләр балаларының бер бөртөк сәсе төшһә лә, дулашып йөрөй. Әгәр ҙә ул ваҡытта мине тиргәгән булһалар, бәлки теш табибы булмаҫ та инем. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәй, шул бала саҡ уйындары миңә этәргес булғандыр, күрәһең, — тип хәтирәләрен яңыртты тәжрибәле табип.
Сулпан Рим ҡыҙы эшләү дәүерендә үҙен юғары квалификациялы, инициативалы, пациенттарға һәм хеҙмәттәштәренә иғтибарлы, тикшереү һәм дауалау ысулдарын төплө белгән, белгеслеге буйынса норматив документацияны теүәл алып барыусы итеп күрһәтә. Юғары һөнәри оҫталығы һәм һиҙемләүе уға ауырыуҙы дөрөҫ диагностикаларға, һөҙөмтәле дауалау билдәләргә мөмкинлек бирә.
Сулпан Мусина балалар теш табибы булараҡ бәләкәй пациенттар менән стоматология ауырыуҙарын профилактикалау буйынса аңлатыу әңгәмәләре үткәрә. Ул балаларҙы ихлас күңелдән ярата, һәр береһе менән уртаҡ тел таба белә. Даими рәүештә үҙенең квалификацияһын күтәреү менән шөғөлләнә, камиллаштырыу курстарын үтә, конференцияларға йөрөй. Йәш белгестәр өсөн яҡшы остаз булып тора. Борай 1-се урта мәктәбендә медицина тикшереүе үткәреп тора Сулпан Рим ҡыҙы. 2-се гимназияла “Үргә ос!” республика мәғариф проекты сиктәрендә “Сәләмәт йылмайыу” модулле стоматология кабинеты эшләй башланы. Унда ла балаларҙы Сулпан Рим ҡыҙы ҡабул итә.
— Балаларҙы яратам, ә уларҙы алдап булмай, улар эскерһеҙлек, игелеклелек, йылы мөнәсәбәтте тоя... Кес кенә пациенттар менән тәү сиртатта психолог, унан һуң ғына стоматолог булырға тура килә. Йылмайыу һәм яғымлы тауыш, ҡайһы саҡта хәлде уйынға бороу уларҙа ҡурҡыу, ауыртыуҙы юҡ итергә, ышаныслы мөнәсәбәт булдырырға ярҙам итә. Бала табиптарҙан ҡурыҡмаһын өсөн, ата-әсәләргә сабыйҙарының теше ауырта башлағас түгел, ә иртәрәк, иҫкәртеү һәм таныштырыу өсөн алып килергә кәңәш итер инем. Теш табибына тәүге килеү ҙур роль уйнай һәм ул бала хәтерендә яҡты ваҡиға булып һаҡланырға тейеш...
Коллективыбыҙ ҙа татыу. Беҙ һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙамға әҙер, ниндәйҙер мәсьәлә тыуһа, кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Хеҙмәт юлымды башлағанда төплө кәңәштәрен ҡыҙғанмаған остаздарыма рәхмәтлемен. Хәҙер йәштәр өсөн үҙебеҙ ҙә остаз булдыҡ, практикаға килеүсе табиптарҙы һөнәр нескәлектәренә төшөндөрәбеҙ, — ти үҙ һөнәре оҫтаһы Сулпан Мусина.
Шәхси тормошонда ла бәхетле Сулпан Рим ҡыҙы. Тормош иптәше Әнүәр менән 35 йылдан артыҡ ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен хөрмәт итеп ғүмер итәләр. Улар ике ҡыҙ — Ғәлиә менән Наиләне тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙы. Бөгөн улар — бәхетле өләсәй менән олатай.
Күп йыллыҡ эш тәжрибәһе, һөнәри оҫталығы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Сулпан Рим ҡыҙы күп тапҡыр үҙәк район дауаханаһы, район хакимиәте, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. “Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лә лайыҡ була ул.
Сулпан Рим ҡыҙы менән һөйләшеп, балалар менән эшен күҙәткәс, уның үҙ эшенең оҫтаһы икәненә тағы ла бер инандым.

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

Балаларға йылмайыу  бүләк итә
Балаларға йылмайыу  бүләк итә
Балаларға йылмайыу бүләк итә
Автор:
Читайте нас