Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
29 Ғинуар , 14:34

Тормошта үҙ юлын тапҡан райондашыбыҙ

Район мәктәптәрен тамамлаған йәштәр араһында аҡыллы, маҡсатсан һәм һәләтле студенттар бихисап. Шуларҙың береһе — Иҫке Балтас ауылы егете Ренат Тимерғәлиев.

Тормошта үҙ юлын тапҡан райондашыбыҙ
Тормошта үҙ юлын тапҡан райондашыбыҙ

Ренат — ҙур өмөттәр бағлаусы егет, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, бөгөн ординатурала уңышлы уҡый. Ул тырышлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡтың уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙә нисек ярҙам итеүенең асыҡ миҫалы булып тора.
Райондашыбыҙ бала саҡтан уҡ табип булырға хыялланған. Ата-әсәһе уға һәр ваҡыт хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән һәм мәнфәғәттәрен хуплаған.
Ренат Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетына уҡырға инә. Мәктәптә уҡыу дәүерендә үк алдынғы уҡыусылар иҫәбендә була. Шулай уҡ спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раушания Хәсәнова етәкләгән бейеү ансамбле менән Сочи, Одесса ҡалаларында сығыш яһай. Бар яҡлап та булдыра өлгөр егет.
Юғары уҡыу йортонда белем алғанда беренсе көндәрҙән үк Ренат медицина һәм стоматология менән етди ҡыҙыҡһына. Ул һәр ваҡыт лекцияларға һәм практик дәрестәргә иғтибарлы була, шулай уҡ стоматология өлкәһендәге заманса ысулдар һәм технологиялар тураһында күберәк белергә ынтыла. Белемен киңәйтеү һәм тикшеренеүҙәре менән уртаҡлашыу өсөн төрлө фәнни конференцияларҙа һәм семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаша. “БДМУ-Биохим” олимпиадаһы сиктәрендә “Иң яҡшы эссе” номинацияһы еңеүсеһе, “Клиник стоматология” студенттар һәм йәш ғалимдар конкурсы призеры, стоматология буйынса “Урал ынйыһы” Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында, Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһының “Хирургик стоматология” номинацияһында һәм хирургия стоматологияһы буйынса юғары уҡыу йорто эсендәге олимпиадала “Имплантация” номинацияһында 1-се урын яулай. Бындай уңыштары уның бихисап.
Ренат спорт менән даими шөғөлләнә. Был уға физик һәм рухи сыҙамлыҡты һаҡларға ярҙам итә. Шулай уҡ фәнни әҙәбиәт уҡырға һәм сәйәхәт итергә ярата.
Ренат юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, бөгөн ординатурала уҡый. Өфө ҡалаһындағы шәхси поликлиникала хирург-стоматолог булып эшләй. Булдыҡлы егет бар эшкә лә өлгөрә, ваҡыт таба.
Ренат Тимерғәлиев — һөнәри һәм шәхси үҫешкә ынтылыусы ғына түгел, ә башҡа кешеләргә ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләүсе студент. Уның эшсәнлеге, маҡсатсанлығы һәм ташып торған дәрте киләсәктә абруйлы теш табибы булырға ярҙам итер.

Фирғәт Нәбиуллин.

Тормошта үҙ юлын тапҡан райондашыбыҙ
Тормошта үҙ юлын тапҡан райондашыбыҙ
Тормошта үҙ юлын тапҡан райондашыбыҙ
Автор:
Читайте нас