Ҡариҙел районының Әтнәш ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, дөйөм табиплыҡ практикаһы үҙәге асылды.
Медицина үҙәге заманса медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттарҙы ҡабул итеү, терапевт, педиатр, прививка, процедура кабинеттары, көндөҙгө стационар, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә бар. Тәүге медицина ярҙамын 15 тораҡ пункты халҡы аласаҡ, барлығы 1830 кеше хеҙмәтләндереләсәк.
– Беҙҙең дөйөм табиплыҡ практикаһы үҙәгенең ауылдаштарҙы үҙенә тартып торған сәләмәтлек үҙәге буласағына ышанам. Бинала сифатлы медицина ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Табибығыҙ Миләүшә Шәйбәковаға бары профилактика маҡсатында ғына мөрәжәғәт итеүегеҙҙе теләйем, – тине район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин.
Яңы проект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм киң ҡоласлы элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар дауам итәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.