Беренсел звеноны модернизациялауға йүнәлдерелгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу программаһы сиктәрендә Балтас үҙәк район дауаханаһы яңы махсуслаштырылған автомобилле булды. Был ваҡиға һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫеүен һәм камиллашыуын тағы бер ҡат раҫлай.
“Lada Granta Liftback” Рәсәйҙә етештерелгән заманса күп функциялы машина. Табиптар ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ваҡытында сығып китә, шулай уҡ биоматериалдарҙы лабораторияға илтә аласаҡ. Шулай уҡ әлеге автомобиль пациенттарҙы кәрәк ергә илтеп ҡуйыу өсөн ҡулланыласаҡ. Бының өсөн багажникта йыйылмалы носилкалар урынлаштырылған, ә салон эсендә трансформалаштырыла торған ҡабул итеү яйланмаһы урынлаштырылған.
2024 йылда дауахана автопаркы ике машинаға тулыланды. “Балтас үҙәк район дауаханаһы коллективы исеменән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм”, — ти үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғилметдинов.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.