Ул “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлдө. Унда Кесе Нәкәрәк, Иҫке Арзамат, Рәфәнде, Яңы Троицк, Озерки һәм яҡын-тирә ауылдар халҡыхеҙмәтләндереләсәк. Бина заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, уңайлы кабинеттар, акушерлыҡ, процедуралар, прививка эшләтеү кабинеттары бар, шулай уҡ көндөҙгө стационар эшләй. Бирелә фельдшер Нина Миндиярова, патронаж шәфҡәт туташы Анжелика Изибаева, процедуралар яһау шәфҡәт туташы Юлия Байгужина һәм санитарка Зилиә Яҡупова хеҙмәт һала.
Фирҙәүес Ҡадиҡова