Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Ноябрь , 09:00

Өмөт һәм йылылыҡ өләшә

"Ҡояш нуры" үҙәге һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн рухи таяныс булып тора

Өмөт һәм йылылыҡ өләшә
Өмөт һәм йылылыҡ өләшә

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр йыш ҡына ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тулы тормош менән йәшәргә өйрәнә, йәмғиәттә үҙ урынын табып ҡына ҡалмай, ғүмерҙең һәр миҙгеленә шатлана, ярата һәм ҡәҙерен белә. Һәләттәреңде асыу, тормошҡа, йәмғиәткә яраҡлашыу өсөн Борай ауылында инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар өсөн “Ҡояш нуры” социаль адаптация һәм абилитация үҙәгендә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
— Беҙҙең арала һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр аҙ түгел: кемдер тыумыштан сәләмәт түгел, кемдер ҡапыл ауыр яҙмышҡа дусар булып, йәрәхәттәр алған, имгәнгән, ғүмерлеккә ауырып киткән. Ә һәр кемдең тормошта мөмкин ҡәҙәр яҡшыраҡ йәшәгеһе килә. Шуға күрә физик мөмкинлектәре сикле граждандарға иғтибарлы һәм ярҙамсыл булырға кәрәк. Улар үҙҙәрен тормош арбаһынан төшөп ҡалған кеүек хис итергә тейеш түгел, — ти район үҙәгендә уңышлы эшләп килеүсе “Ҡояш нуры” социаль адаптация һәм абилитация үҙәге етәксеһе Елена Шумских.
“Ҡояш нуры” үҙәге 2021 йылдың 28 авгусында барлыҡҡа килде. Уны Елена Викторовна физик мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойоштора. Әммә үҙәккә балалар, үҫмерҙәр генә түгел, 20, 30, 40 йәшлек борайҙар ҙа бик теләп йөрөй. Елена Шумских Ҡаҙағстанда тыуған, бала сағы һәм үҫмер йылдары Нижневартовск ҡалаһында уҙған. Омск технологик институтын тамамлаған, оҙаҡ йылдар Ноябрьск ҡалаһында эшләгән. Елена Викторовна 2015 йылда Вострецов ауылына күсенеп ҡайтҡас, районда инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар өсөн бер ниндәй ҙә махсус үҙәк булмауын белгәс, уны ойоштороу теләге менән яна башлай. Әлбиттә, бар хыялдар ҙа тиҙ генә ысынға ашмай, уға күп кенә тупһаны тапарға тура килә.
— Борай районында “Ҡояш нуры”н асыуҙа миңә Ноябрьск ҡалаһындағы үҙәк этәргес булды. Унда беҙ, ҡустымдың опекуны булараҡ, йөрөй инек. Борай районына күсенеп ҡайтҡас, бындағы инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар бер кемгә лә кәрәкмәгәнлеген тойҙом. Эйе, ҡурыҡмайынса әйтә алам, улар бер кемгә лә кәрәкмәй ине. Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәевҡа рәхмәтлебеҙ, ул тиҙ арала беҙҙең идеяны хупланы һәм бина менән булышты, — ти етәксе.
Елена Шумских “Ҡояш нуры” үҙәген тик торғандан ғына ойоштормаған: ул ғүмере буйы сәләмәтлеккә туймаған ҡустыһын үҙ балаһылай ҡәҙерләп тәрбиәләй, шуға күрә лә был төркөмгә ҡараған кешеләрҙең проблемаларын үҙ елкәһендә, тәжрибәһендә өйрәнгән.
— Ҡустым Димаға хәҙер 37 йәш, — тип һөйләй ул. — Унда “Даун синдромы”, хәҙер ундай балаларҙы “ҡояш балалары” тип тә атайҙар. Ете йәшенән ҡустым минең тәрбиәлә. Үҙ ҡыҙым менән бер йәштәләр. Туғанымды яҙмыш ҡосағына ташлау, ниндәйҙер махсус учреждениеға урынлаштырыу уйын бер ҡасан да башыма килтермәнем. Әлбиттә, инвалид кешене ҡарау — бик яуаплы эш, уны һәр саҡ еренә еткереп башҡарырға тырышам.
Бала эшкә туранан-тура шул хеҙмәттә ҡатнашып ҡына өйрәнә ала. “Ҡояш нуры”нда сәләмәтлеге сикле балалар өсөн йәштәр сәйәсәте һәм “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре килеп, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Шулай уҡ бирелә “Тылсымлы һандыҡ”, “Оҫта ҡулдар” түңәрәктәре эшләй. Уны Балалар ижады йортонан Эльвира Исламова алып бара. Түңәрәктә балалар ҡул эштәре менән шөғөлләнә, тегенсе һөнәре нигеҙҙәренә төшөнә. Шулай уҡ балалар “Океан” бассейнында махсус тренер Рәшит Әмиров етәкселегендә аҙнаһына дүрт тапҡыр бушлай шөғөлләнә. Психолог Илфира Әмирова һәм логопед-дефектолог Лариса Нурмөхәмәтова ла тәрбиәләнеүселәр менән шәхси ваҡытын ҡыҙғанмайынса, ихлас күңелдән ярҙам итә. Үҙәк ағзалары үҙ ҡулдары менән теккән, бәйләгән, яһаған әйберҙәрен йәрминкәләрҙә һатыуға ла сығара, ингән табыш, әлбиттә, “Ҡояш нуры”ның матди-техник базаһын нығытыуға тотонола.
— “Ҡояш нуры” үҙәгенә йөрөгән балаларҙың ата-әсәһенә хоҡуҡи һәм консультацион ярҙам күрһәтелә, сөнки күптәр үҙ хоҡуҡтарын белмәй. Шуға күрә мөмкин булғанса ярҙам итергә тырышабыҙ, — ти Елена Викторовна.
“Ҡояш нуры”на балалар аҙнаһына ике тапҡыр йөрөй. Был көндәрҙе улар көтөп ала, сөнки бирелә яҙмыш һынауҙарынан өшөгән күңелдәренә улар йылылыҡ, теләктәшлек таба.
— Беҙ тыуған көндәрҙе, башҡа иҫтәлекле даталарҙы матур итеп сәй табыны артында йыйылышып үткәрергә яратабыҙ, бер-беребеҙҙе кескәй генә булһа ла бүләктәр менән шатландырабыҙ, — ти үҙәк етәксеһе. — Физик мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләүсе әсәйҙәргә лә эмоциональ ял кәрәк. Үҙәккә килгән балалар бер-береһе менән уйнаған арала атай-әсәйҙәр аралаша, ял итә.
— “Ҡояш нуры” үҙәгенә ике йыл йөрөйбөҙ. Үҙемдең һәм ҡыҙымдың ыңғай хис-тойғолары тураһында ғына әйтә алам. Һәр ваҡыт йылы мөхит бирелә. Балалар үҙәккә килгәс сәскә атҡан кеүек. Үҙәк асылыу менән балалар һәм өлкәндәрҙең, ата-әсәләрҙең бер ҙур татыу ғаиләһе, таянысы барлыҡҡа килде. Был — етәксебеҙ Елена Викторовнаның ҙур ҡаҙанышы. Ул ҙур эш башҡарҙы, атай-әсәләрҙе бирешмәҫкә өйрәтте, уларға аяҡтарында ныҡлы баҫып торорға мөмкинлек бирҙе. Үҙәктең барлыҡ әсәйҙәре кеүек үк, мин дә Елена Викторовнаға бик рәхмәтлемен, — ти 10 йәшлек Камиланың әсәһе Кристина Закирова.
Әйткәндәй, быйыл август аҙағында “Ҡояш нуры” үҙәге үҙенең өсөнсө тыуған көнөн билдәләне. Сара ҡунаҡтары — район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гемир Нуртдинов, район мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Мостафин үҙәккә нигеҙ һалыусы Елена Шумскихты һәм барлыҡ ҡатнашыусыны ихлас тәбрикләне.

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

Өмөт һәм йылылыҡ өләшә
Өмөт һәм йылылыҡ өләшә
Автор:
Читайте нас: