"Был ысул, миңә – 60 йәш, стенокардия приступтарынан, 82 йәштәге атайыма инфаркттан һуң хәл индерергә, организмды яйға һалырға ярҙам итте. Ҡан-йөрәк тамырҙарын таҙартыуҙан тыш ул иммунитетты нығыта, киҙеү ауырыуҙарынан һаҡлай. Уны 3-4 ай самаһы эсергә кәрәк. Мин өс йыл өҫтәлемдән өҙгәнем юҡ, стенокардия приступтары ла юҡҡа сыҡты.
1 стакан мүк еләге (клюкваға) 1 стакан шәкәр һалып яҡшылап болғатабыҙ. Уға ит турағыс аша үткәрелгән 1 әфлисун (бәләкәй булһа – ике әфлисун) өҫтәйбеҙ. Йәки барыһын бергә яҡшылап блендерҙа болғатырға була. Ошо тәмлекәсте өҙмәй 3-4 ай эшләп ашайбыҙ. Ул бик тәмле килеп сыға, ҡунаҡтарға өҫтәлгә лә ултыртам.
Тағы бер ысул. Ул инсульт, инфаркттан һуң организмды яйға килтерергә ярҙам итә. 2 лимон, 2 әфлисунды ит турағыс аша үткәрегеҙ ҙә, 2 аш ҡалағы бал менән болғатығыҙ. Уны быяла һауытта һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ашарға 30 минут алдынан 2 сәй ҡалағы ашайбыҙ", - тип хәбәр итә "Сәләмәт булайыҡ!" төркөмөндәге бер апай.
Һеҙ ҙә был ысулды эшләп ҡарағыҙ! Һау -сәләмәт булайыҡ!
Фото һәм сығанаҡ: "Сәләмәт булайыҡ!" төркөмөнән