Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
20 Ноябрь , 09:33

Ни өсөн гранат емешен һөйәге менән ашарға кәрәк?

Был турала һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейеш!    

Ни өсөн гранат емешен һөйәге менән ашарға кәрәк?
Ни өсөн гранат емешен һөйәге менән ашарға кәрәк?

Гранатты юҡҡа ғына “королдәр емеше” тип атамайҙар. Был уның емешенең ос яҡ өлөшөндәге тажы менән бәйләнмәгән. Уның төп үҙенсәлеге һәм ҡиммәте – уникаль составында. Был емештә кеше организмына бик ҙур кәрәкле витаминдар һәм минералдар комплексы тупланған.

Гранат һутында 15 төрлө аминокислота бар, уларҙың алтауһын, гранаттан тыш, иттә генә табырға мөмкин. Шуға күрә ит яратмаған йәки вегетарианлыҡты һайлаған кешеләрҙең рационында гранат даими булырға тейеш.

Ни өсөн белгестәр гранат емешен һөйәге менән ашарға кәрәк, ти?  Баҡтиһәң, гранат һөйәктәрендә организмда гормональ балансты тергеҙеүсе майҙар бар икән. Был емешкә ҡатын-ҡыҙҙарға айырым иғтибар бирергә кәрәк, сөнки ул күрем осорондағы ауыртыуҙы баҫа, баш ауыртыуынан ҡотҡара, гормональ үҙгәрештәр ваҡытында ярҙам итә.

Гранат ҡабығынан эшләнгән төнәтмә ауыртыуҙы баҫа, стоматит, фарингит һәм ангина ваҡытында тамаҡты һәм ауыҙ ҡыуышлығын дезинфекциялай.

Гранатты даими ҡулланыу йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем хәүефен кәметә. Мәҫәлән, көнөнә яртышар стакандан өс тапҡыр гранат һуты эсеү йөрәк өйәнәгенән һәм инсульттан ныҡлы ҡалҡан буласаҡ.  

Сығанаҡ: https://vk.com/zian_tan

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: