Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Сәләмәтлек
14 Ноябрь 2024, 04:07

Киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүҙән һаҡлай

Ҡарағай бөрөһө ярҙамында киҙеүҙән һәм һалҡын тейҙереүҙән һаҡланырға мөмкин.    

Киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүҙән һаҡлайКиҙеүҙән һәм һалҡын тейеүҙән һаҡлай
Киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүҙән һаҡлай

Бының өсөн 2 ҡалаҡ ҡарағай бөрөһөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, 30 – 35 минут банка менән һыулы кәстрүлгә, йәғни парҙа  ултыртып ҡайнатырға. Һуңынан ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң,   һөҙөп алырға. Ауырыуҙы дауалау өсөн көнөнә өс тапҡыр  ашағандан һуң яртышар стакан эсергә. Ә ауырыуҙан һаҡланыу өсөн иртәнсәк көнөнә бер тапҡыр эсеү ҙә етә.

   Ҡарағай бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмәләр ревматизмды, бронхитты, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн дә ҡулланыла.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас