Беләһегеҙме, ҡабаҡ орлоғо диетологтар төҙөгән файҙалы аҙыҡтар таблицаһының иң тәүге рәтендә тора.
Ҡабаҡ орлоғонда 36-52 процент май (холестеролһыҙ), тәбенге (ҡурышҡал), органик кислоталар, Е, А, аҙ миҡдарҙа Д, К витаминдары, шулай уҡ күп микро- һәм макроэлементтар бар. Цинк, тимер, магний, кальций, фосфорҙың, аҡһымдың күп булыуы менән дә файҙалы ул.
Составында цинктың күп булыуы ҡабаҡтың әһәмиәтен тағы ла күтәрә төшә, сөнки ул – бигерәк тә ир затының һаулығы өсөн ныҡ кәрәкле элемент. Үҫмерҙәрҙең битенә һытҡы сыға, сәсе ҡауаҡлай икән, был цинк етешмәүҙән.
Халыҡ медицинаһында ҡабаҡ орлоғон төнәтмә, эмульсия, порошок рәүешендә ҡулланалар.
Ҡабаҡ бутҡаһы балалар өсөн бигерәк тә файҙалы. Уны былай әҙерләйбеҙ: орлоҡтарҙы миксерҙа ваҡлап, уны һөт йә һыуға болғатып, тәменсә бал, еләк-емеш һуты ҡушабыҙ. Бутҡаны эстәге ҡорттарға ҡаршы иҫкәртеү сараһы булараҡ, ас ҡарынға ашатыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Тире ауырыуҙарын, яраларҙы, бешкән урындарҙы ла уның ярҙамында дауалап була.
Ҡабаҡ орлоғо эсте йомшартыуға, бәүелде ҡыуҙырыуға, йөрәк мускулын нығытыуға, ашҡаҙанды газ йыйылыуҙан арындырыуға, бөйөрҙәрҙе нығытыуға, сәсте үҫтереүгә булышлыҡ итә, организмдан ағыулы матдәләрҙе сығара.
Бөйөр һәм бәүел ҡыуығы сирҙәрендә нисек ҡулланырға? Бер стакан орлоҡто балсыҡ һауытта иҙеп, яйлап ҡына өс стакан ҡайнар һыу ҡойорға, шунан һөҙөргә һәм эсергә. Ҡәһүә онтағыста ваҡланған кипкән орлоҡтарҙы сәй итеп эсергә: бер стаканға бер балғалаҡ онтаҡ һалабыҙ.
Ҡабаҡ орлоғоноң зыяны юҡ, шулай ҙа уны ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү зарур.
Фото: kukusiki.ru
Автор:Карима Усманова