Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Июль , 10:20

Оло ғүмер байрамы ҡотло булһын!

Ошо көндәрҙә Балтас районы Шауъяҙы ауылында йәшәүсе Шәрифә Тимеркәй ҡыҙы Тимеркәева 100 йәшлек оло юбилейын билдәләне.

Оло ғүмер байрамы ҡотло булһын!
Оло ғүмер байрамы ҡотло булһын!

Бер быуаттың тере шаһиты ул. Коллективлаштырыу, колхоздар төҙөлөү, аслыҡ-яланғаслыҡты, Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен күргән кеше ул юбиляр. Бала саҡтан колхоз баҫыуында күпме хеҙмәт һалырға тура килә уға. Шәрифә Тимеркәй ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй.

Хөрмәтле юбилярға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ һәм күңел  тыныслығы теләйбеҙ!

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: