Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
8 Март , 09:15

Аҡ халатлы фәрештә

Туҡай ауылы халҡы бөгөн дә рәхмәтле уға

Аҡ халатлы фәрештә
Аҡ халатлы фәрештә

Ҡапҡа төбөнән башланған бөхтәлеккә, матурлыҡҡа исем китте. Илүсә апай Ғәләүетдинова өйҙә ихлас ҡаршы алды. Илүсә Ахматнур ҡыҙын күптән белһәм дә, яҡындан серләшеү беренсе булды.

1958 йылда Борай районының Ҡолай ауылында ишле ғаиләлә ете баланың алтынсыһы булып донъяға килгән ул. Уңған, аҡыллы, тырыш ҡыҙ 8-се класты тамамлағас, Өфө медицина училищеһында уҡып, 1977 йылда Туҡай ауылына эшкә ҡайта. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында Илүсә Ахматнур ҡыҙы беренсе фельдшер була.
Йәшлек мөхәббәте Туҡай егете Марат Асрар улын осратып, 1979 йылда матур ғаилә ҡоралар. Яҙмыш елдәре уларҙы Ҡаҙағстан далаларына алып китә. Унда ла Илүсә апай яратҡан һөнәренә тоғро ҡала. Тыуған яҡты, туғандарҙы һағыныу хисе көслө булғанғамы, биш йылдан һуң йәш ғаилә ике бала менән Баҙраҡҡа ҡайтып төпләнә. Марат ағай — инженер, Илүсә апай шәфҡәт туташы булып эшләй. Ғаиләлә өсөнсө бала — улдары тыуа.
Яҙмыштың ҡырыҫ елдәре Ғәләүетдиновтар ҡапҡаһына ла һуға. Илүсә апайҙың яратҡан тормош иптәше ауыр сирләп донъя ҡуя. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән яңғыҙ тороп ҡала Илүсә ханым.
Иң ауыр ваҡыт ошо булды, — ти ул. — Төндәрен саҡырыуҙарға киткәндә балалар яңғыҙ, йәки күршеләр менән ҡалды. Ихата тулы мал, ҡош-ҡортто ла ҡарайһы бар. Бесән, утын әҙерләүҙәр... Ярай аҡыллы, уңған, мәрхәмәтле балаларым булды. Уларҙан йыуаныс алып, уларға таянып ғүмер уҙған да киткән.
2002 йылда Илүсә апайға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. 2013 йылда ул хаҡлы ялға сыға.
Оло улы Марсель Мәләүез ҡалаһында, ҡыҙы Эльвира ауылда, кесе улы Булат Өфө ҡалаһында үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Булат, майор дәрәжәһендә хеҙмәт итеп, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Илүсә апай күпләп ҡош-ҡорт ҡарай, мал аҫрай, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Баҡса тултырып сәскә, еләк-емеш үҫтерә.
Яҙмыштың аяуһыҙ еле нисек кенә ҡамсыламаһынн, Илүсә ханым һынмаған, һығылмаған. Бөгөнгө барлығына шөкөр итеп, балаларын ҡанат аҫтына йыйып, Хоҙай Тәғәләне юлдаш итеп,ейән-ейәнсәрҙәре менән мәж килеп, матур-күркәм ғүмер кисерә.
“Ҡәнә-ҡайнатама, балаларыма, туғандарыма, күрше-күләнгә, хеҙмәттәштәремә һәм барлыҡ Баҙраҡ ауылы халҡына, яҙмышымдың авторына рәхмәтле мин”, — ти Илүсә Ахматнур ҡыҙы.

Лира ЮРАСОВА.

Аҡ халатлы фәрештә
Аҡ халатлы фәрештә
Автор:
Читайте нас: