Алтайыу ауылы — Борай районының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Үҙ исемен ул төрки һүҙҙәрҙән алған: беренсе версия буйынса алты һәм айыу, был алты айыуҙы аңлата; икенсеһе буйынса ала һәм тау һүҙҙәренән йәки алатау. Рәсми исеме Алтайыу. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алтайыуҙар муниципаль этапта еңеү яулап, хәҙер район данын республика кимәлендә яҡлай.
Быуаттар дауамында бирелә удмурттар йәшәй. Улар үҙ телен, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап ҡалған, балаларын ерле халыҡ фольклорында тәрбиәләгән һәм тәрбиәләй.
“Ауыл тормош ритмында” тигән сара үткәреп, алтайыуҙар тағы ла бер тапҡыр ҡунаҡсыллығы, ябайлығы, талантлы булыуы һәм сәләмәт тормошҡа ынтылып йәшәүҙәре менән һоҡландырҙы.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы алтайыуҙар икмәк-тоҙ, сәк-сәк һәм удмурт халҡының милли ризығы — перепечи менән ҡаршы алды. Сарала район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле, Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гемир Нуртдинов, район Советы секретары Илшат Камалов, район мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте иадалығы начальнигы Илгиз Харисов, Ҡузбай ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Закиров ҡатнашты. Тыумышы менән Алтайыу ауылынан булған Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәй дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Удмурт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һигеҙ китап авторы, “Кизили” журналының баш мөхәррире Өлфәт Бәҙретдинов та ҡайтҡайны. Ул байрам хөрмәтенән үҙ китаптарын ауыл китапханаһына бүләк итте.
Фестивалдә Ҡалтасы, Яңауыл, Тәтешле, Борай райондарынан һәм Удмурт Республикаһынан фольклор коллективтар һәм спортсылар ҡатнашты.
Мәртәбәле ҡунаҡтар, ауыл халҡын сәләмләп, башҡарылған эште һәм конкурсҡа яҡшы әҙерлекте билдәләне.
Алтайыу ауылында тормош үҙенең гармониялы ритмы менән ҡайнап тора. Халыҡтың берҙәмлеге һәм теләктәшлеге сағыла. Ауылдың мәҙәниәте айырым ғөрөф-ғәҙәттәр менән бәйле. Быуындан-быуынға тапшырыла торған байрамдар һәм йолалар алтайыуҙар тормошоноң мөһим элементы булып тора. Масленица (Вой), Икмәк спасы (выль нянь), Элен Вось байрамдары был кешеләрҙе берләштереүсе ҡайһы бер яҡты ваҡиғалар ғына.
Байрамда ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө “Чожи табань” һәм “Корка туй” йола сараларында ҡатнашты, ә фольклор коллективтары, бер-береһен алмаштырып, асыҡ һауала майҙанда сығыш яһаны. Ә сәхнә алдында тамашасылар йырҙар һәм бейеүҙәр менән күңелле хор ойошторҙо.
“Чожи табань” — удмурттарҙың боронғо йолаһы. Ул шатлыҡлы ваҡиға — быҙау тыуыу менән бәйле. Был көндө йортта ҡунаҡ саҡырып, ысын байрам ойошторғандар. Табын ҡороп, табикмәк бешергәндәр һәм ыуыҙҙан махсус ризыҡтар әҙерләгәндәр. Быҙауҙы күҙ тейеүҙән һаҡлап, төтөн менән төтәсләгәндәр, муйынына ҡыҙыл таҫма бәйләгәндәр һәм шунан һуң ғына күршеләренә һәм туғандарына күрһәткәндәр.
“Корка туй” — өй туйы, яңы йортҡа күсеп, бер нисә көндән үткәрелә торған байрам. Ул бик ябай уҙҙырылған. Балсыҡ мейесте һалғандан һуң йәки билдәләнгән кисте ҡунаҡтар килә. Улар үҙҙәре менән бүләктәр ( һауыт-һаба, йорт хайуандары) алып килгән. Ҡунаҡтарҙы хужаның йәки хужабикәнең туғандары ҡаршы ала һәм өйгә саҡыра. Барыһы ла өҫтәл тирәләй ултыра. Был көндө өҫтәлдә йоморҡа ҡоймағы, каравай, һауытта тоҙ мәжбүри булырға тейеш. Улар ғаилә ағзаларының байлығын, муллығын, сәләмәтлеген кәүҙәләндергән. Ҡунаҡтарҙың әйткән ҡотлауҙары һәм изге теләктәре тормошҡа ашһын өсөн иҙәнгә баҡыр тәңкәләр һибеү йолаһы айырым урын алып тора. Был өй хужаларына байлыҡ һәм сәләмәтлек өсөн кәрәк булған.
Алтайыуҙар барлыҡ йолаларҙы ла удмурт милли колоритында юғары дәрәжәлә үткәрҙе. Килгән ҡунаҡтар ыуыҙҙан бешерелгән табикмәктән, яңы йорт бутҡаһынан ауыҙ итте.
Йолалар араһында спорт турниры уҙҙы. Ярыш удмурт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи әхлағын пропагандалау, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе йәйелдереү маҡсатында үткәрелде. Спорт уйындарын, ярыштарҙы Салауат Муллағәлиев алып барҙы. Алтайыу ауылы командаһына ҡаршы Ҡалтасы районының Оло Ҡасаҡ ауылы командаһы сыҡты. Улар ярышып йоморҡа ла ашаны, ҡаҙаҡ та ҡаҡты, утын да киҫте. Күмәкләп хоккей уйнағас, арҡан тартышты. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде. Спорт ярыштарынан һуң һәр теләгән кеше ҡулына бысҡы тотоп, утын киҫеп ҡараны.
Ауыл клубында урынлашҡан оҫталар күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре килгән ҡунаҡтарҙы битараф ҡалдырманы. Кейеҙ итектәр, һөт һәм бал ризыҡтары, шифалы үләндәр күргәҙмәләре менән танышыу мауыҡтырғыс булды. Балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә барыһына ла оҡшаны. Бер төркөм апайҙар йөн тетеп, еп эрләп, ойоҡбаш бәйләүҙе күрһәтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла алтайыуҙар йыйылышып ойоҡбаштар бәйләгән.
Байрам ҙур ойошҡанлыҡ менән үтеп, йомғаҡлау һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү менән тамамланды. Килгән ҡунаҡтар урындағы халыҡтың берҙәмлеген, ихласлығын, әүҙемлеген билдәләне. Улар бирелә ауыл халҡына ял итеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылыуына, эскеселекте, тәмәке тартыуҙы киҫәтеүгә, айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуға йүнәлтелгән күп кенә саралар үткәрелеүенә инанды.
Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар яҡшы кәйеф һәм рәхмәт һүҙҙәре менән, ҡунаҡсыл Алтайыу еренә ҡабат килергә теләк менән таралышты.
Лира Юрасова.