Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Февраль , 12:32

Һыуыҡ тейгәндә иң шәп дауа

Унда витаминдар ике тапҡырға күберәк. 

Һыуыҡ тейгәндә иң шәп дауа
Һыуыҡ тейгәндә иң шәп дауа

Баланда С витамины цитруслы емештәргә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, шулай уҡ химик составы ла бай.

Ҡайнатырға кәрәкмәй, бөтә витаминдар ҙа һаҡлана, бал ғына өҫтәйбеҙ. Бик тәмле килеп сыға. Һыуытҡыста бер йыл самаһы һаҡлана. Ингредиенттар: 1 стакан балан һутына 1 стакан бал алына.

Әҙерләү:   

1. Емеште ентекләп йыуабыҙ, ҡыйҙарынан таҙартабыҙ, бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға һалабыҙ. Был процедура микробтарҙы үлтерә, әселеген һәм насар тәмен бөтөрә. Һыуын түгеп, 10 минутҡа ҡалдырабыҙ.

2. Баланды ҡалаҡ менән иҙеп иләк аша сығарабыҙ. Ҡалғанын марля аша.

3. Бал ҡушып болғатабыҙ.⠀

4. Балан желеһын таҙа, стерилләнгән банкаларға һалабыҙ, таҙа ғәҙәти ҡапҡастар менән ябабыҙ, уларҙы төрөп, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. ⠀

ҠУЛЛАНЫУ: көнөнә дүрт ҡалаҡтан артыҡ кәрәкмәй, һалҡын тейгәндә, сәйгә өҫтәмә булараҡ ҡулланырға була.

Сәләмәт булайыҡ!  

Башҡортостан

Һыуыҡ тейгәндә иң шәп дауа
Һыуыҡ тейгәндә иң шәп дауа
Автор:
Читайте нас: