Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Февраль , 10:05

Табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ

Башҡортостанда берҙәм төбәк хеҙмәте  –122-2 һандары буйынса табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыуҙы  тормошҡа ашырыусы колл-үҙәк , бөгөндән башлап  абоненттарҙан шәхси иҫәптең страховка номерын  (СНИЛС)  һорай башлаясаҡ.    

Табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ
Табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ

 Шәхси номерҙы раҫлау шылтыратыусының тауышын   теүәл билдәләү өсөн кәрәк. 

 – 122-2 һандары буйынса колл-үҙәккә шылтыратыуға өйрәтелгән робот яуап бирә.  Ул проблема тураһында тәүге мәғлүмәтте йыйыу һәм медицина персоналына яҙылыу өсөн уны автоматик рәүештә тапшырыу өсөн файҙаланыла.  СНИЛС буйынса  идентификациялау табипҡа яҙылғанда хаталарға юл ҡуймаҫҡа  мөмкинлек бирәсәк, –   ти министр урынбаҫары    Динар Шәрәфетдинов.

   – Йыл башынан алып колл-үҙәккә медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса 530 меңдән мөрәжәғәт булған.  Хәҙер табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС номерын әйтергә әкрәк буласаҡ, – ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары    Динара Еникеева.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина

Йәшлек

Табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ
Табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ
Автор:
Читайте нас: