Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
2 Февраль , 16:35

Яман шештән һаҡланығыҙ!

Иҫке Ҡаҙансы ауыл-табип амбулаторияһында бик файҙалы сара үтте.

Яман шештән һаҡланығыҙ!
Яман шештән һаҡланығыҙ!

 

“Модулле яңы ауыл-табип амбулаторияһына Иҫке Ҡаҙансы ауылы һөйөнөп бөтә алмай. Заманса медицина учреждениеһына халыҡ иртә менән төрлө процедуралар алырға килә.

Бөгөн иһә  бында   Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө уңайынан Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова  медицина хеҙмәткәрҙәре   - фельдшер Ләйсән Ғафуръянова, фельдшер-акушер  Лилиә Ғайсина,  шәфҡәт туташы Зөбәржәт Ғатина, санитарка  Раушания Зиннәтуллина менән берлектә бик файҙалы сара үткәрҙе.

Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы  был көндөң барлыҡҡа килеү тарихын, уның маҡсатын халыҡҡа еткереп, уның символдары тураһында ла һөйләй. Яман шеш сирен булдырмау өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеген иҫкәртеүсе иҫкәрмә лә тарата.

Был мәкерле сир хаҡында нимәләр белергә кәрәк? Унан нисек һаҡланырға? Уны нисек дауаларға, ниндәй профилактика сараларын күрергә? Ошо хаҡта Ләйсән Ғафуръянова  амбулаторияға килеүселәр алдында ентекле сығыш яһай. Залдағылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарына ла тулы яуап ала.

“Статистика күрһәтеүенсә, ауырыуға килтереүсе төп сәбәптәр араһында иң беренсе урынды дөрөҫ туҡланмау биләй. Икенсе урында – тәмәке тартыу. Шулай уҡ ҡояшҡа ҡыҙыныу һәм төрлө тәмләткестәр һәм төҫ биреүсе мәтдә ҡушылған ашамлыҡтар менән дә менән дә артыҡ мауығырға ярамай. Даими рәүештә табипҡа күренеп торорға ла онотмағыҙ. 50 йәштән алып һәр кеше йылына бер тапҡыр мотлаҡ онкологҡа күренергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға гинекологҡа, проктологҡа һәм маммологҡа күренергә кәңәш ителә, ә ир-егеттәр йыл һайын үпкәһенә рентгент тикшереүе үтеп, ашҡаҙанын, йыуан эсәген һәм простата биҙен тикшертеп торорға тейеш. Медицина тикшереүе онкология ауырыуҙарын иртәрәк асыҡлауға ярҙам итә”, - тип халыҡты был мәкерле сирҙән һаҡланырға саҡырҙы Ләйсән Ғафуръянова.

“Иҫке Ҡаҙансы ауыл-табип амбулаторияһы  медицина хеҙмәткәрҙәре менән һәр саҡ берҙәм эшләйбеҙ. Йыл әйләнәһенә төрлө профилактика саралары, акциялар бергәләп үткәрәбеҙ. Улар  үҙ эшенең оҫталары булған тәжрибәле белгестәр. Яуаплы эштәрендә уңыштар теләйем.  Әле яңы амбулаторияны рәсми асыуға әҙерләнәләр”, - тине Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы.

 Наилә Имаева.

Яман шештән һаҡланығыҙ!
Яман шештән һаҡланығыҙ!
Яман шештән һаҡланығыҙ!
Яман шештән һаҡланығыҙ!
Яман шештән һаҡланығыҙ!
Яман шештән һаҡланығыҙ!
Яман шештән һаҡланығыҙ!
Яман шештән һаҡланығыҙ!
Читайте нас: