Был йәһәттән Түбән Ҡарыш ауылы халҡы төрлө спорт һәм мәҙәни саралар үткәрә. Уларҙың төп маҡсаты — айыҡ, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеү, үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, насар ғәҙәттәрҙән азат булған йәмғиәт төҙөүгә ирешеү, ғаиләлә айыҡлыҡ традицияларын, халҡыбыҙҙың тарихи, мәҙәни һәм дини йолаларын тергеҙеү.
Түбән Ҡарыш — районда сал тарихлы ауылдарҙың береһе. Ул тәбиғәттең матур мөйөшөндә урынлашҡан. Бөхтә, ҡараулы, тигеҙ сафҡа теҙелгән матур йорттар бирелә эшһөйәр, тырыш кешеләр йәшәүен билдәләй.
Түбән ҡарыштар һәр саҡ берҙәм ғаилә булып йәшәй. Улар бергәләп өмәләр, күмәк саралар үткәрә, ауылдағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итә.
Бирелә конкурс сиктәрендә ауыл халҡы Яңы йыл алдынан кисен күмәкләп зарядкаға баҫты һәм йәйәү йөрөүгә сыҡты. Барыһы ла ҡышҡы саф һауала тыуған яҡ тәбиғәтенән ләззәт алды. Шулай уҡ аралашыу ваҡытында уҙған йылға йомғаҡ яһанылар, алдағы йылға пландар менән уртаҡлаштылар. Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлауҙары осраҡлы түгел. Улар байрамдар сағыу үтһен, йәштәр матур өлгө алһын өсөн был юлды һайланы. Бындай саралар ауыл халҡын берләштерә, көс-дәрт өҫтәй.
Ауыл китапханаһында “Яңы йыл байрамдарынан һуң: шыршы менән нимә эшләйҙәр?” исемле фәһемле әңгәмә үтте. Байрамдарҙан һуң шыршыларҙың киләсәк яҙмышы мәсьәләһе йыл һайын көнүҙәк. Был етди проблема, шуға күрә барыһы ла яратҡан байрамдың төп атрибутын үтилләштереү ҡағиҙәһен барыһы ла белмәй. Шыршыҡай менән нимә эшләргә, үтилләштереү саралары, башҡа маҡсаттарҙа ҡулланыу ысулдары — былар барыһы ла үткән әңгәмә сиктәрендә ҡаралды.
Яңы йыл байрамдары ваҡытында һаулыҡҡа иғтибарлы булыу айырыуса мөһим. Был маҡсатта ауыл халҡы берҙәм булып саф һауаға зарядка яһарға сығыуҙы дауам итте. Бында йәштәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә. Дәртле музыка, хәрәкәтле күнекмәләр, шатлыҡлы хис-тойғолар халыҡты берләштерҙе, сәләмәт тормошҡа дәртләндерҙе.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә шулай уҡ “Ғаилә уйындары” тигән ҡышҡы уйындар һәм конкурстар үтте. Ҡыҙыҡлы ярыштар ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың көсөн, етеҙлеген генә түгел, ә һәр команданың берҙәмлеген дә күрһәтте. Гөрләп үткән ярыштар һөҙөмтәһендә Әмировтар һәм Имамовтар — өсөнсө, Вәлинуровтар — икенсе, Сәлиховтар ғаиләһе беренсе урын яуланы.
Саф һауала мауыҡтырғыс уйындар һәм күңел асыуҙар барыһының да күңеленә шатлыҡ өҫтәне. Бындай саралар ауылда алдағы көндәрҙә лә ойоштороласаҡ әле.
Сағыу, фәһемле байрам-саралар үткәреүсе Түбән Ҡарыш ауылы халҡына “Айыҡ ауыл” республика конкурсында уңыштар теләйбеҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.