Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Ғинуар , 19:00

Халыҡтың шатлығы сикһеҙ

Ҡушманаҡта яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты.

Халыҡтың шатлығы сикһеҙ
Халыҡтың шатлығы сикһеҙ

Борай районының Ҡушманаҡ ауылы халҡы яңы йылдың тәүге айын  шатлыҡлы яңылыҡтан башланы. Ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты. Тантанала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гемир Нуретдинов, район үҙәк дауаханаһы баш табибы Радик Хәсәнов, Ҡушманаҡ ауыл биләмәһе башлығы Елена Әхмәтғәлиева, “Берҙәм Рәсәй” партияһының башҡарма секретары Алик Ҡәйүмов һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Яңы медицина учреждениеһында халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле шарттар булдырылған. Бина заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Хәҙер ауылдаштар уңайлы шарттарҙа дауалау процедуралары, диспансерлаштырыу үтә аласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 Лира Юрасова фотолары.

Автор:Дина Арсланова

Башҡортостан

Халыҡтың шатлығы сикһеҙ
Халыҡтың шатлығы сикһеҙ
Автор:
Читайте нас: