Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
18 Ғинуар 2024, 06:21

Ни өсөн кейәү үләне менән сәй эсергә кәрәк?

Кейәү үләне – бик файҙалы үлән. Сәләмәтлеккә бәйле төрлө проблемалар булғанда, уны сәйгә ҡушып эсергә кәңәш итәләр.

Ни өсөн кейәү үләне менән сәй эсергә кәрәк?Ни өсөн кейәү үләне менән сәй эсергә кәрәк?
Ни өсөн кейәү үләне менән сәй эсергә кәрәк?

– кейәү үләне менән сәй бронхиттан, һалҡын тейгәндә  һәм киҙеүҙән бик файҙалы. Ул ҡаҡырыҡты сығарырға һәм тын алыуҙы еңелләштерергә ярҙам итә.

– аш эшкәртеүҙе яҡшырта.  Кейәү үләне менән сәйҙе ябығырға теләгәндә эсәләр, сөнки ул  аппетитты баҫа.

– кейәү үләнендә тимол, борнеол, цинеол, фенол, карвакрол, флаваноидтар бар. Был матдәләр  ҡан тамырҙарын яҡшырта һәм  бауырҙы сәләмәтләндерә.

Сәйҙе нисек дөрөҫ бешерергә?

10 г ҡара сәйҙе 30 г кейәү үләне менән ҡушып, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм әҙер булғансы  7 – 8 минут тоторға.

Фото:Т.Аманов. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Ни өсөн кейәү үләне менән сәй эсергә кәрәк?
Ни өсөн кейәү үләне менән сәй эсергә кәрәк?
Автор:
Читайте нас