Дауахана автопаркы күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты менән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тулыланды. Был “Газель” иҫәп буйынса үткән йылда алынған дүртенсе автомобиль. Бындай күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ярҙамын сифатлыраҡ һәм ваҡытында күрһәтергә ярҙам итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы техника алғас, тәү сиратта, ҡайһы ерҙә булған транспорт ныҡ иҫкергән һәм ҡайҙа күп халыҡ хеҙмәтләндерелә, уны шул учреждениеларға ебәрә.
Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл ерендә беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеүгә тәғәйенләнгән. Хәҙер Мишкә районының аҙ халыҡ йәшәгән йыраҡ ауылдарына кәрәкле медицина ярҙамы өйҙәренә килә, тиергә мөмкин. Ауылдарға сығыу графигы алдан билдәле була, халыҡҡа хәбәр ителә. Медицина ярҙамы талап ителгән ауылдарға дауахана хеҙмәткәрҙәре даими барасаҡ. Тәгәрмәсле медицина кабинеты тулыһынса автономлы, электр сығанағына тоташтырыу талап ителмәй. Унда йылы, йылытыла торған ҡул йыуғыс һәм кондиционер бар. Күсмә ФАП ҡабул итеү һәм пациентты ҡарау кабинеты менән йыһазландырылған, интернет өсөн ноутбук һәм роутер бар. Шулай уҡ медицина мебеле, йыһаздар һәм техника, атап әйткәндә, электрокардиограф, дефибриллятор, гинекологик ултырғыс, ҡандың биохимик анализаторы, үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты менән комплектланған. Был заманса техника диспансерлаштырыу, һөнәри тикшеренеүҙәр, вакциналар яһау, фельдшерҙар һәм тар белгестәргә ауылдарға сығыу өсөн файҙаланыласаҡ.
Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты — ГАЗ-С45R02 нигеҙендә эшләнгән функциональ һәм уңайлы автомобиль. Ул стационар дауалау учреждениелары булмаған ауылдар өсөн бик файҙалы һәм көнүҙәк. Күсмә техниканың салоны ныҡлы материалдарҙан эшләнгән.
Светлана Тоймурзина