Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
28 Ноябрь 2023, 14:12

Юғары ҡан баҫымы йонсотамы?

Был ризыҡтар уны төшөрөргә ярҙам итә.

Майһыҙландырылған эремсек. Ул ҡан тамырҙарын киңәйтә, кальций, магний, калий менән туйындыра. Көн һайын 100 грамм ашарға кәңәш ителә.

Ҡыҙыл болгар боросо. Иң күп С витамины әлеге йәшелсәлә. Көн һайын ике борос ашаған кешенең организмы С витамины менән тулайым байытыласаҡ.

Көмөрө балыҡ (горбуша). Был балыҡтағы Омега-3 витамины ҡан баҫымын төшөрөргә булышлыҡ итә. Аҙнаға өс көн 100-150 грамм ашаһаң, бик яҡшы!

Һоло бутҡаһы гипертониктарҙың менюһында һәр иртә булырға тейеш. Тикшеренеүҙәр һолоның организмды селен менән тулыландырыу сығанағы, унда клетчаткалар күп булыуын күрһәтте.

Ҡабаҡ орлоҡтары цинк дефицитын тулыландырасак һәм инфаркттан ҡотҡарасаҡ. Көн дә тәмләткес урынына 20 грамм ашау ҙа етә.

Какао ҡан тамырҙарының торошон яҡшырта. Әммә ул калориялы эсемлек. Аҙнаһына бер-ике сынаяҡ етә.

Майһыҙ һөттә калий, кальций, магний, витаминдар бар һәм улар гипертониктың хәлен яҡшырта. Көнөнә өс стакан эсергә була.

Әсе шоколад йөрәк мускулын нығыта, унда антиоксиданттар бар һәм ҡан баҫымын 5-10 күртәткескә кәметергә һәләтле.

Миндаль сәтләүегендәге моножирҙар холестерин кимәлен кәметә. Был сәтләүектә калий, магний, Е витамины бар. Былар барыһы ла ҡан баҫымын кәметеү өсөн кәрәк.

Йәшел сәйҙе даими ҡулланғанда ул холестерин төйөрсөктәрен иретә, унда антиоксиданттар күп, организмдың ҡартайыуын тотҡарлай. Японияла гипертония менән ауырмайҙар тиерлек, сөнки унда иң күп йәшел сәй эсеүселәр йәшәй.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Сығанаҡ  "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-11-28/yu-ary-an-ba-ymy-yonsotamy-3540730
Автор:
Читайте нас: