Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Сентябрь 2023, 10:20

Айыҡ, тимәк, матур, йәш һәм сәләмәт

Бөрө медицина-фармацевтика колледжында тематик саралар үткәрелде. #ҡоролтай#ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ДеньТрезвости #АйыҡлыҡКөнө 

Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөндә Бөрө медицина-фармацевтика колледжында тематик саралар үткәрелде. «Айыҡ йәшәү рәүеше өсөн» ҡала акцияһы уҙҙы, унда профессионалитет амбассадорҙары алкоголь ҡулланыу проблемалары һәм эҙемтәләре тураһында буклеттар таратты. Бөтә төркөмдәрҙә лә «Спорт тәмәке тартыуға ҡаршы» тип аталған физкультура минуттары, «Хәүеф кәртәһен нисек емерергә?» темаһына әңгәмә үткәрелде.

Колледжға саҡырылған хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, эскән килеш транспорт сараларына идара итеү һәр саҡ ауыр эҙемтәләргә килтерә. Тиҙлекте арттырыу, йәйәүлеләрҙең тәртип һаҡламауы, хәүефһеҙлек ҡайыштарын, мотошлемдарҙы ҡулланыу ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау һәм башҡа сәбәптәр менән кеше ғүмерҙәре өҙөлә.

Дөйөм ятаҡта йәшәгән колледж студенттары өсөн «Айыҡ, матур, йәш һәм сәләмәт» лекторийы үткәрелде. Сара барышында йәштәр алкоголдең зыяны, эскелек килтергән проблемалар тураһында белде, уларға фекер алышыу өсөн һорауҙар тәҡдим ителде. Алып барыусылар, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау эскелеккә һәм алкоголизмға ҡаршы көрәштең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора, тип билдәләне.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_71188

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ДеньТрезвости #АйыҡлыҡКөнө #Бирск

Автор:
Читайте нас: