Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Сентябрь 2023, 10:15

Араҡы - һатып алынған ауырыу

11-17 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Алкоголде ҡулланыуҙы һәм уға бәйле үлем осраҡтарын, сирҙәрҙе кәметеү аҙналығын уҙғара.




Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: хатта минималь дозалағы спиртлы шыйыҡсалар ҙа эшләү һәләтен кәметә, концентрацияны юғалтыуға килтерә. Баш мейеһе күҙәнәктәре өсөн этил спирты айырыуса хәүефле. Белгестәр раҫлауынса, ни бары 100 миллиграм спирт 8 000 самаһы әүҙем мейе күҙәнәген үлтерә. Алкоголь – кеше организмына бик ныҡ көслө тәьҫир итеүсе, йәшәү тәьминәтенең системаларын емереүсе ағыулы күҙәнәктәр берләшмәһе ул. Әгәр этил спирты организмға даими инеп торһа, бөтә эске органдарға ла тиерлек ҡағылған ауырыуҙар барлыҡҡа килә.

Спиртлы эсемлектәрҙе оҙайлы ҡулланыу (кешенең йәшенә ҡарамай) түбәндәге ауырыуҙарҙы тыуҙыра: ишемия, хәтерҙе юғалтыу, үҙәк нервы системаһы проблемалары, гипертония, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙары, психик ауырыуҙар, организмдың иммун көсөнөң кәмеүе, ҡанда шәкәрҙең күпләп тупланыуы, репродуктив система эшенең тотороҡло кәмеүе, ғүмер оҙонлоғоноң һиҙелерлек ҡыҫҡарыуы. Иҫерткес эсемлектәр киләсәк быуынға ла зыян килтерә. Әсә алкоголизм менән ауырғанда алкоголле синдром 43,5% балаларҙа формалаша, ә ата менән әсә икеһе лә эскелеккә дусар икән, алкоголле синдром балала 62% тиклем арта. Һыраға еңел ҡарамағыҙ Һыра алкоголизмы тураһында ла күптән билдәле. Тәүге ҡарамаҡҡа, был эсемлек шарап һәм араҡыға ҡарағанда хәүефһеҙерәк кеүек күренһә лә, уның эҙемтәләре ҡот осҡос.

Бер шешә һыра 50-60 граммҡ араҡыға тиң икәнен күптәр белмәй ҙә. Тимәк, дүрт шешә һыра 200-240 грамм араҡыға тиң. Йыш ҡына һыра ҡулланыуҙан кеше организмында «һыра» йәки «үгеҙ» йөрәге үҫешә. Һүҙ йөрәк ҡыуышлығының киңәйеүе, уның стеналарының ҡалынайыуы хаҡында бара. Һыра икенсе затҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы ла кәметә. 15-20 йыл һыра эскән ир-егеттәр енси көсһөҙлөккә дусар булыуы ихтимал. Ҡайһы бер белгестәр, һыра – наркотик матдәләр ҡулланыуға юл һалыусы беренсе легаль наркотик, тип тә билдәләй.
Шуныһын да иҫтә тотоғоҙ: алкоголизм дауалауға бик ауыр бирелгән сир, йышыраҡ ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп булмай тиерлек. Дауалау ҙа медицина учреждениеһы, табип һәм алкоголизм менән яфаланыусы яғынан теләк булып, комплекслы саралар үткәргәндә, шулай уҡ туғандары һәм яҡындары яғынан ярҙам иткәндә генә һөҙөмтә биреүе ихтимал.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2023 #АйыҡАуыл2023 #ФСГОРБ

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #тәрбиә #АйыҡлыҡКөнө #ДеньТрезвости #АйыҡАуыл #ТрезвоеСело

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_71219

Автор:
Читайте нас: