Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Сентябрь 2023, 15:35

Хәрәкәттә – бәрәкәт

“Һау булғың килһә, спорт менән дуҫ булырға  кәрәк”, — ти Хәмидә Дәүләтгәрәева.

Хәрәкәттә – бәрәкәт
Хәрәкәттә – бәрәкәт

Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип белмәй әйтмәйҙәр. Һау булғың килһә, спорт менән дуҫ булырға кәрәк. Кешеләр төрлөсә хәрәкәтләнә.

Мәҫәлән, Балмазы ауылында йәшәүсе Хәмидә апай Дәүләтгәрәева ҡышын — саңғыла, йәйен велосипедта йөрөй.

“Сәләмәт тормош алып барыу, төрлө күнекмәләр эшләү һәр саҡ кәрәк нәмә, ә инде йәшең артҡан һайын был төшөнсәнең мөһим икәнен аңлайһың. Мин үҙем һәр саҡ хәрәкәттәмен. Ауыл клубында эшләп йөрөйөм. Дөйөм хеҙмәт стажым — 40 йыл, шуларҙың 33 йылы мәҙәниәт өлкәһендә. Эшемде бик яратам. Сәләмәт тормошто пропагандалау уйынса ла төрлө сраалар үткәреп торабыҙ.

Бәләкәйҙән йөҙөргә яраттым. Хәҙер балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән  шау-гөр килеп һыу инәбеҙ, тәбиғәт ҡосағында ял итәбеҙ. Саңғыла, велосипедта ла йөрөйбөҙ.  Төрлө спорт сараларында ла ҡатнашам. Спорт менән шөғөлләнеү сәләмәт тормошҡа ныҡлы нигеҙ булып тора. Күберәк  аралашырға, тормошто яратырға, һәр көндөң ҡәҙерен белеп, изгелек таратып йәшәргә кәрәк”, — ти әүҙем, рухлы мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Наилә Имаева.

 

 

 

Хәрәкәттә – бәрәкәт
Хәрәкәттә – бәрәкәт
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас