✅Тамырының файҙаһы ныҡ ҙур. Сентябрь-октябрь айҙарында тамырын ҡаҙып алып тупрағын һелкеп төшөрәһең, һалҡын һыуҙа йыуып, тышын таҙартаһың һәм ҡояш төшмәгән, елләп торған ерҙә киптерәһең.
✅Артабан бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең. Тәмләп эсәһең. Хатта рак сиренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп метастазаларҙан ҡотолған, тырышһа, был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоусылар бар.
✅Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Эсәктәрҙә беҙҙе көнө-төнө кимергән паразиттарға, бактерияларға көн бөтөр.
✅Әсеһенә улар сыҙамай. Организм көс йыя, дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины хәтәр күп. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға бәйләгәндәр. Япраҡтарын киптереп ҡыш көндәрендә лә иммунитетты күтәреү, тәнгә С витамины биреү өсөн дә ҡулланалар.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.👆🏻
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан