Элек-электән шулай булды: фельдшер ауылда абруйлы медицина белгесе, асыҡ йөҙлө һәм изге күңелле, һәр кемгә ярҙамға ашығырға әҙер кеше. Тушҡыр ауылы фельдшеры Миләүшә Бәдиғова ла нәҡ шундайҙарҙан.
Миләүшә Фоат ҡыҙы бала саҡтан уҡ табип булырға хыяллана. Үҙе янына дуҫтарын йыйып, “укол ҡаҙай”, йөрәктәрен тыңлай, үҙенсә дауалай. Табип булып уйнауы ғүмерлек һөнәренә нигеҙ һала.
Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Бөрө медицина училищеһында белем ала. 1990 йылда Миләүшә Фоат ҡыҙы юллама буйынса тыуған ауылына эшкә ҡайта. Бар ғүмерен ул һайлаған һөнәренә бағышлай һәм быға бер тапҡыр ҙа үкенмәй. Ошо йылдар эсендә Штәнде, Мәнәгәз, Тушҡыр ауылдарында эшләй ул.
Ауыл халҡы өсөн фельдшер — ул шул уҡ табип, йәки, ауылдаштары әйткәнсә, “ауыл докторы”. Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауыл ерендә фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе. Сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, башҡа белгеслек буйынса ла ярҙам күрһәтергә тура килә. Ҡыйынлыҡ бар икән, ул участка терапевты, акушер-гинеколог менән кәңәшләшә, ә кәрәк осраҡта ауырыуҙы дауаханаға оҙатырға ла, табипты өйгә саҡырырға ла мөмкин. Миләүшә Бәдиғова бына өс тиҫтә йылдан артыҡ ауылдаштарының сәләмәтлеген ҡайғырта. Тәүлектең төрлө ваҡытында, ниндәй һауа торошо булыуына ҡарамай, шәхси эштәрен һәм проблемаларын ситкә ҡуйып, сирле кешегә ярҙамға барырға әҙер ул.
1987 йылда Миләүшә Фоат ҡыҙы буласаҡ тормош иптәше Ришат Бәдиғов менән таныша. Йәштәр биш йыл осрашып йөрөгәндән һуң, 1992 йылда, гөрләтеп туй яһай. Йәш ғаиләгә бәхет өҫтәп, бер-бер артлы өс бала донъяға килә. Улар етеш, мул тормошта, пар ҡанаттар ышығында үҫә.
Оло ҡыҙҙары Венера Башҡорт дәүләт университетының аҙыҡ-түлек инженерияһы факультетын тамамлап, Нефтекама ҡалаһында күп профилле колледжда мастер-педагог булып эшләй. Тормош иптәше Ленар Рәфит улы менән ике бала тәрбиәләйҙәр.
Икенсе ҡыҙҙары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булды. Улдары Рушан Нефтекама ҡалаһының машиналар төҙөү колледжын тамамлай һәм Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтып, хеҙмәт юлын башлаған.
— Күп осраҡта, бигерәк тә был өлкән быуын кешеләренә ҡағыла, һөйләшеүҙе сәләмәтлеккә зарланыуҙан түгел, ә нисек йәшәүҙәре тураһында һөйләүҙән башлайҙар, — тип үҙ эшенең нескәлектәре тураһында һөйләй Миләүшә Фоат ҡыҙы. — Шуға күрә фельдшер медицина хеҙмәткәре генә түгел, ә күп осраҡта донъя хәлдәрендә кәңәш бирергә әҙер психолог та.
— Миләүшә Бәдиғова — әҙәпле, ярҙамсыл кеше, тәжрибәһе һәм белеме менән теләп уртаҡлаша. Ауыл халҡы араһында абруйлы һәм хөрмәткә лайыҡлы булыуы осраҡлы түгел. Һәр ваҡыт иғтибар, сабырлыҡ күрһәтә, яҡшы һүҙен ваҡытында әйтеп, тынысландыра һәм рухландыра белә. Ярҙам кәрәк булғанда һәр кем өсөн кәрәкле кеше ул, — ти ауылдаштары исеменән Тәлхәт Ниғмәтуллин.
Бәдиғовтар ғаиләһе матурлыҡта һәм муллыҡта йәшәй, барлыҡ туғандары, дуҫтары, күршеләре һәм таныштары өсөн ишектәре асыҡ, күңелдәре киң. Улар һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Ҡыҫҡаһы, ауыл тормошонан йәм һәм тәм табып йәшәүсе өлгөлө ғаилә.
Эшләү дәүерендә Миләүшә Фоат ҡыҙына күп төрлө ҡатлаулы хәлдәрҙә лә ҡалырға тура килгән. “Ҡайһы саҡ арып, йонсоп ҡайтҡанда, ниңә ошо һөнәрҙе һайланым икән, тип уйлаған ваҡыттар ҙа була. Ә һуңынан һинең килеүеңде түҙемһеҙлек менән көткәндәрҙе, ысын йөрәктән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен иҫкә төшөрһәң, дөрөҫ һайлау эшләгәнеңде аңлайһың. Башҡа төрлө эште күҙ алдына ла килтерә алмайым”, — ти ул йылмайып. Һәм бының менән килешмәү мөмкин түгел.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.