Айгөл Азат ҡыҙы сығышы менән Борай ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Ижау дәүләт медицина академияһына уҡырға инә. Стоматология бүлегендә уҡып, ҡулына диплом алған йәш белгес 2018 йылда Борай үҙәк дауаханаһына теш табибы булып эшкә ҡайта. Тырыш, яуаплы белгесте етәкселек тә күрә: үткән йыл уны район үҙәк дауаханаһының поликлиника мөдире итеп ҡуялар. Айгөл Азат ҡыҙы бирелә дауахананың матди-техник базаһын нығытыу, табиптар һанын арттырыу буйынса эш алып бара. Ойоштороу мәсьәләләре байтаҡ ваҡытын алһа ла, төп эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
— Теш протездары ҡуйыу буйынса заманса материалдар ҡулланабыҙ. Төрлө ҡатлаулыҡтағы тештәрҙе лә дауалайбыҙ. Поликлиника мөдире итеп үрләтеүҙәре миңә тағы ла көс-дәрт өҫтәне. Эшкә яңы килгән йәштәргә белгәндәребеҙҙе өйрәтәбеҙ, кәрәк саҡта беҙгә тәжрибәле табиптар ихластан ярҙамға килә, кәңәш бирә, — ти Айгөл Шакирова.
Ысынлап та, стоматология бүлегенә ҡасан ғына барһаң да, сираттың бөткәне юҡ. Кемдер теш алдыра, кемдер дауалата, кемдер ҡуйҙыртыу артынан йөрөй. Һәр береһенә сифатлы хеҙмәт күрһәтеү — табиптарҙың бурысы. Быны яҡшы аңлай үҙ эшен яратып башҡарыусы Айгөл Азат ҡыҙы.
Тормош иптәше Ленар Зәлиф улы менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр. Шамил быйыл 1-се класҡа бара, ә Әлиә әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Шакировтар ғаиләһендә спортты үҙ итәләр. Бергәләп велосипедта йөрөү матур йолаға әйләнгән. Балалар баҡсаларында үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Айгөл Азат ҡыҙы районда үткән спорт ярыштарында ла һынатмай. Дауахананың волейбол командаһы ағзаһы ла ул. ГТО билдәһенә лә эйә.
Лира Юрасова.