Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Май 2023, 09:05

Ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелһә, үҙеңде нисек тоторға?

Көн барышында кешенең ҡан баҫымы үҙгәреш кисерә, бының өсөн сәбәптәр етерлек – хис-тойғолар, физик көсөргәнеш, артыҡ ашау... Был осраҡҡа табип нимә ти икән? Уҡыйыҡ.

Ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелһә, үҙеңде нисек тоторға?
Ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелһә, үҙеңде нисек тоторға?

Ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелһә, үҙеңде нисек тоторға?

Ҡайһы берәүҙәр был осраҡта ятырға ярамай, ә хәрәкәтләнергә кәрәк тип иҫәпләй. Башҡалар ҡан баҫымын ятҡан хәлдә генә төшөрөргә мөмкинлегенә ышана. Был һорау менән табип-терапевтарға йыш мөрәжәғәт итәләр. Табип Елена Черненко әйтеүенсә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә мотлаҡ ятырға, дарыу эсергә кәрәк, ә бер аҙ төшә башлау менән торорға һәм йөрөргә мөмкин. Бер хәрәкәт тә көсөргәнеш тыуҙырырға тейеш түгел. Бындай саҡта өй эштәрен, иҙән йыуыу, йыйыштырыу мәшәҡәттәрен онотоп тороғоҙ, тип кәңәш итә табип.

“Күтәренке баҫым ҡан ойошоуын аңлатмай, уны ҡыуҙырыу кәрәкмәй, – тип иҫкәртә табип. – Әгәр атлап йөрөһәгеҙ, ҡан баҫымы тағы күтәреләсәк һәм ... инсульт булыуы ихтимал!” Эксперттың әйтеүенсә, хәрәкәтләнеү ҡан баҫымы түбән булғанда ғына ярҙам итә. “Ул саҡта еңелсә зарядка яһау ҙа ҡан баҫымын күтәрә ала”, – ти ул. Сәләмәтлеге ҡыл өҫтөндә генә тороуын кешенең һиҙмәүе лә мөмкин. Шуға күрә хәлегеҙҙәге аҙ ғына үҙгәреште лә иҫәпкә алығыҙ, башығыҙ ауыртамы, ҡолағығыҙ шаулаймы, уҡшытамы – ҡан баҫымын үлсәгеҙ. Көн барышында кешенең ҡан баҫымы үҙгәреш кисерә, бының өсөн сәбәптәр етерлек – хис-тойғолар, физик көсөргәнеш, хатта артыҡ ашау ҙа йоғонто яһауы ихтимал. Табиптың әйтеүенсә, ҡан баҫымын тыныс хәлдә үлсәгәндә генә тонометр дөрөҫ күрһәтәсәк.

Фото:поликлиника.ру

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-05-11/apyl-an-ba-ymy-k-t-rel-e-de-nisek-totor-a-3254238?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: