Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
28 Апрель 2023, 09:00

Тән һәм йән сәләмәтлеге һағында тороусы

Абдулла ауылы уҙаманы 32 тапҡыр ураҙа тотҡан!

Тән һәм йән сәләмәтлеге һағында тороусы
Тән һәм йән сәләмәтлеге һағында тороусы

Барлыҡ мосолмандар көтөп алған изге Рамаҙан айы үтеп тә китте. Шуныһы ҡыуаныслы, арабыҙҙа ураҙа ғәмәлен үтәүселәр һаны арта бара. Кемдер быйыл беренселәй башлап изге ниәтен ҡылһа, кемдер оҙаҡ йылдар ураҙа тотоп, көнитмеше, йәшәйеше тик сәләмәт тормош алып барыуға ҡоролған. Ҡараяр ауылы табип амбулаторияһында участка терапевы булып эшләгән Марат Муллаян улы Мөхәмәтов тап шундайҙарҙан.
Марат Муллаян улы 1966 йылда Абдулла ауылында тыуып үҫә. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң, 1983 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Студент йылдарында ул үҙен ғашиҡ иттергән сая ҡыҙ Резедаға өйләнә. 6-сы курста уларҙың тәүге улдары тыуа. Дипломлы йәш ғаиләне юллама буйынса Силәбе өлкәһенең Нижнепетровск ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Ул һөнәре буйынса эпидемиолог-гигиенист булып хеҙмәт юлын башлай.
1995 йылда Мөхәмәтовтар Ҡариҙел районына ҡайтып төпләнә. Бында Марат Муллаян улы район санэпидемстанцияһында, район дауаханаһында эшләп ала. 2001 йылда иһә тыуған ауылы Абдуллаға ҡайталар, ә ғаилә башлығы Ҡараяр табип амбулаторияһында хеҙмәт юлын дауам итә. Терапия табибы булып китер өсөн ул махсус курстарҙа уҡып ала. Шулай яҡташыбыҙ 35 йыл ғүмерен медицина өлкәһенә арнай. Был арауыҡта ул күпме кеше сәләмәтлеге өсөн көрәшкән, күпмеһен һауыҡтырған, аяҡҡа баҫтырған – быныһын инде Хоҙай үҙе беләлер.
Хәҙер ул — биш бала атаһы, хәстәрлекле олатай, ауылдаштары араһында абруйлы белгес. Хәләл ефете Резеда Нәжип ҡыҙы менән ике ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән” тигәндәй, балалары ла шундай аҡыллы, ата-әсәйҙәре кеүек улар ҙа йыл һайын ураҙа тота. Улдары һәм ҡыҙҙары ла теүәл итеп намаҙ уҡый. 11-се класта белем алған төпсөктәре лә дини ғәмәлдәрҙе үтәй. Өлкәнерәк балалары иретеп йәбештереүсе, китапханасы, тәрбиәсе, филолог һөнәрҙәренә эйә булған.
Мөхәмәтовтар ейән-ейәнсәрҙәрен дә үҙҙәре өлгөһөндә тик яҡшылыҡҡа ғына өндәп, матур тәрбиә бирергә тырыша. Резеда ханым оҙаҡ йылдар уҡытыусы, артабан ауыл китапханаһында китапханасы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Марат Муллаян улы ауылдаштары араһында абруйлы белгес. Абдулла, Ҡараяр ауылдары халҡы уны дин юлында булыуы өсөн дә хөрмәт итә. 1991 йылда уға 25 йәш була, тап ошо осорҙа ул дин юлына баҫа, тәү башлап ураҙа тоторға ниәт ҡыла. Аллаға шөкөр, быйыл ул 32-се ҡабат ошо изге ғәмәлде башҡара. Марат Муллаян улы ошо йылдар эсендә табип булараҡ, ураҙаның кеше сәләмәтлегенә йоғонтоһо хаҡында бай күҙәтеүҙәр, һығымталар туплаған.
— Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһының һаулығына нимә файҙалы, нимә яҡшылыҡ килтерә, бары тик шуны тоторға ҡушҡан, кәңәш иткән. Хәҙерге заманда ураҙаның кеше организмы өсөн ни тиклем файҙалы, кәрәкле икәнен төрлө ғалимдар күптән иҫбатлаған. Мәҫәлән, мосолман илдәрендә онкологик сирлеләрҙең һаны әҙ булыуы билдәле. Ураҙа тотҡанда күп ағзаларыбыҙ ял итә, йәшәрә, ауырыуҙарҙан ҡотола. Хатта табиптар ҙа ҡайһы бер сирлеләргә асығып дауаланырға тәҡдим итә. Сөнки фәҡәт ураҙа тотҡанда ғына күҙәнәктәр тулыһынса таҙарына, яңыра, эсәк, ашҡаҙан, мейе һәм башҡа тән өлөштәребеҙ һауыға. Шулай уҡ организмдың ҡартайыу процесын тотҡарлауға ла эйә, — тип бәйән итә Марат Муллаян улы.
Табип ураҙаның һаулыҡҡа тәьҫире хаҡында ошондай һығымталарға килгән:
1. Ураҙалы кеше, аш һеңдереү системаһы ял иткәнлектән, хәлһеҙлектең күп төрөнән ҡотола. Бауыр ял итеү сәбәпле, тәндә тупланған ағыулы матдәләр тиҙ тарҡала. Был иһә беҙҙең нерв системаһын хәл бөтөү һәм арыуҙан азат итә.
2. Бер туҡтамай эшләгән аш һеңдереү юлдары ураҙа ваҡытында ял итеп ала. Тынлыҡта тороу уның ҡаҡшаған урындарын тергеҙергә ярҙам итә. Матдәләр алмашыныуы көйләнә.
3. Ҡан әйләнешенә йоғонтоһо. Ураҙа тотоусының ҡанында холестерин аҙая. Ҡан тамыры стеналарына электән ултырған холестерин ҡалдыҡтары ҡан менән бергә китеп, тамырҙар бер аҙ йомшара. Шуға ла тәндә еңеллек, рәхәтлек һиҙелә.
4. Бөйөр ҙә кеше ас торғанда ял итә. Был орган ҡандан төрлө ҡалдыҡты һөҙөп алып ҡала. Шуға ла ялға мохтаж.
5. Көнө буйы ас тороу эсәктәр өсөн дә файҙалы, организм йыл буйына йыйылған шлактарҙан арына.
Марат Муллаян улы белдереүенсә, тәмәке тартыу, хәмер йотоу кеүек насар ғәҙәте булған кешеләр ураҙа тотҡанда был яман теләктән еңел ҡотола ала, һәм уның практикаһында шундайҙар булған да.
— Ураҙа ваҡытында тәнебеҙгә генә түгел, йәнебеҙгә лә файҙа була. Кеше үҙ нәфсеһен, ихтыяр көсөн тоторға өйрәнә, уны тәрбиәләй, гонаһтан, тыйылғандарҙан, харамдан йыраҡ булырға тырыша. Бына ошо хаҡта беҙ үҫеп килгән быуынға ла еткерергә тырышабыҙ. Ҡараяр ауыл Советы рәйесе Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова ошо хәҡиҡәтте аңлап, маҡсатлы эштәр алып бара. Бирелә икенсе йыл рәттән ауылдар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашты. Уның менән бергәләп йәштәр, уҡыусылар, халыҡ алдында сәләмәтлекте нығытыу буйынса бихисап әңгәмәләр үткәрҙек, — тип һүҙен дауам итте яҡташыбыҙ.
Бындай осрашыуҙар әкрен генә үҙ емештәрен бирә башлауы ла бик ҡыуандыра терапевты. Сөнки быйыл ғына уға Ҡөрьән сүрәләрен, дөрөҫ итеп тәһарәт алыуҙы өйрәнергә күпләп ир бала мөрәжәғәт иткән. Ә инде быйылғы ифтар мәжлестәрендә ураҙа тотоусы ауылдаштарының күберәк булыуы һөйөндөргән.
— Интернет селтәре аша йәштәребеҙгә бик күп ярамаған, кәрәкмәгән, файҙаһыҙ мәғлүмәт килә. Әхлаҡ, тәртип ҡағиҙәләре онотола барыуы борсолдора. Никахһыҙ йәшәгән ғаиләләр юҡ түгел. Эскелек менән мауығыусылар йорттарында йыш ҡына янғын сыға, юл хәрәкәттәрендәге бәлә-ҡазаларҙың да күпселеге тап шундайҙарҙан ҡылына, етем балалар, ата-әсәләре иҫән булып та ҡаралмаған социаль етемдәр арта – бына шуларға юл ҡуймаҫҡа ине. Аламалыҡҡа тәүбә итеп, гонаһтарҙан арынып, үҙебеҙҙең рухыбыҙҙы, күңелебеҙҙе таҙартып, уларҙы тәрбиәләргә, тәртиптә тоторға ғәҙәтләнергә кәрәк. Рамаҙан айы үтһә лә, башҡа айҙарҙа ла, шулай йәнебеҙҙе пак килеш һаҡларға, иманыбыҙҙы юғары кимәлдә тоторға, Аллаһ ризалығына өлгәшергә ынтылырға кәрәк. Бына шул саҡта ауылдарыбыҙ бөтмәҫ, демографик хәлебеҙ яҡшырыр, — ти Марат Муллаян улы.

Гөлнара Солтанова.

Читайте нас: