Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Апрель 2023, 08:35

Иртәнге аштан баш тартмағыҙ!

Баҡтиһәң, иртәнге аш менән беҙ көнө буйына етерлек энергия запасы алабыҙ икән.

Иртәнге аштан баш тартмағыҙ!
Иртәнге аштан баш тартмағыҙ!

Ошо мәлдә дүрттән бер күләмендәрәк ризыҡ ашау хәйерле. Файҙалы иртәнге аш ошондайыраҡ  аҙыҡтарҙан булырға тейеш: һөт ризыҡтары (аҡһым һәм кальций), бутҡа (оҙаҡ үҙләштерелеүсе углеводтар), еләк-емеш (витаминдар һәм күҙәнәкле ашамлыҡ).

Йәшәү өсөн организмыбыҙға  файҙалы матдәләр кәрәк. Быларҙың барыһын да беҙ аҙыҡ-түлек аша алабыҙ. Ашҡаҙан системаһында ризыҡ киҫәктәре уның һуты ярҙамында эшкәртелә. Һөҙөмтәлә, ашамлыҡ бик ваҡ киҫәктәргә – туҡлыҡлы матдәләргә тарҡала һәм ашҡаҙанындан ҡан тамырҙарына юллана. Ә ҡан уларҙы организмдың кәрәкле урындарына илтеп еткерә.

Аҙыҡ аша организм ошондайыраҡ матдәләрҙе ала:

углеводтар – улар беҙгә энергия бирә;

майҙар – энергия запасы бирә һәм организмдың эшсәнлегендә ҡатнаша;

аҡһымдар – төҙөлөш материалы;

витаминдар – сәләмәт булырға ярҙам итә;

һыу – унан башҡа бер организм да йәшәй алмай.

Сығанаҡ һәм фото: henek.info

Автор:Юлиә Кирәева
https://yanshishma.com/articles/auly-y-bayly-y/2023-04-22/irt-nge-ashtan-bash-tartma-y-3228127
Автор:
Читайте нас: