Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Март 2023, 10:00

Ҡайһы ризыҡтарҙы ҡушып ашарға ярамай?

Был һорауға яуап ябығырға теләүселәргә файҙалы буласаҡ.

Ҡайһы ризыҡтарҙы ҡушып ашарға ярамай?
Ҡайһы ризыҡтарҙы ҡушып ашарға ярамай?

Кардиолог, медицина фәндәре кандидаты Анна Кореневич ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте бергә ашауҙың зыяны тураһында һөйләгән. 

Мәҫәлән, тигән табип, ит менән картуфты ҡушып ашау, өҫтәүенә икмәк менән, ябығырға теләүселәргә “аяҡ саласаҡ”. Төшкө һәм киске аштан һуң, десерт, йәғни татлы ашап ҡуйыу ҙа һомғолланырға тырышыусыларға кире йоғонто яһауы ихтимал.

Ашҡаҙанға аҡһымлы (ит, балыҡ) һәм углеводлы (картуф, макарон) ризыҡтар бергә инһә, эшкәртеү әкренәйә лә эсәклектә тотҡарлыҡтар килеп тыуа, “һыйышмаған” аҙыҡ-түлек май булып ултыра.

Белгестәр тағы ла шулай ти: бер ашағанда сәтләүек, йомортҡа, ит, сырҙы ҡушып ашарға ярамай. Эремсеккә ҡайнатма, шәкәр, сироп ҡушыу килешмәй. Әскелтемерәк булһа, бал йә йөҙөм ҡушыу – иң яҡшыһы.

Ғөмүмән, ризыҡты айырым ашарға ғәҙәтләнергә кәрәк. Тағы ла сама тигәнде онотмаҫҡа.

Кардиолог әйтеүенсә, йөрәккә зарланыусыларҙың күбеһе – һимеҙҙәр. Артыҡ май йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына көсөргәнеш бирә, етмәһә, бауырға ауырлыҡ төшөрә.

“Шуға ла артыҡ ауырлыҡ йыймаҫҡа, туҡланыуҙы контролләргә кәрәк”, – ти белгес.

Ҡыҫҡаһы, тыйыла белеү мөһим.

Сығанаҡ:     Йәшлек

Автор:
Читайте нас: