Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Ғинуар 2023, 09:37

Балалар өсөн йүтәлгә ҡаршы дауа

Йүтәлде дауалағанда халыҡ дауалау ысулын да ҡулланғанда, һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булыр. 

Балалар өсөн йүтәлгә ҡаршы дауа
Балалар өсөн йүтәлгә ҡаршы дауа

* Берешәр картуф, һуған, алманы бер литр һыуҙа  талғын утта һыуы яртылаш кәмегәнсе  бешерергә. Шул һыуҙы йылы килеш тәүлегенә өс- дүрт тапҡыр балаларға берәр балғалаҡлап бирергә.

* Йүтәл ваҡытында 1:1 нисбәтендә шәкәр ҡушылған яңы һығылған кәбеҫтә һуты ҡаҡырыҡ сығарыуға бик яҡшы ярҙам итә. Шулай уҡ бешкән кәбеҫтә һутына  шул уҡ күләмдә бал ҡушып ҡулланыуҙың да шифаһы ҙур.

* Бер ҡалаҡ ҡарағай бөрөһөн бер стакан һыуҙа ҡайнатып, 30 минут тирәһе төнәтергә һәм көнөнә өс – дүрт тапҡыр 1 – 2 ҡалаҡ эсергә.

 * Бал менән зәйтүн майы:  бер үк күләмдә бал менән  йылы зәйтүн майын ҡушып бутарға.   Балаларға көнөнә 4 – 5 тапҡыр берәр балғалаҡ бирергә.   Был дауа коклюшты дауалауҙа ла  яҡшы һөҙөмтә бирә.

* Бер лимонды ҡабығы менән бергә 10 минут талғын утта ҡайнатырға.   Һыуынғас, ҡабығын әрсеп, һутын һығырға һәм 2 ҡалаҡ глицерин ҡушырға. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға 1:1 нисбәтендә бал өҫтәргә.  Яҡшы итеп бутап, көнөнә 2 – 3 тапҡыр  берәр балғалаҡ ашарға. Үҙе тәмле. Шул уҡ ваҡытта бер ниндәй зыянһыҙ был дарыу үпкәне лә яҡшы таҙарта. Уны   ололар ҙа файҙалана ала, әммә дозаһын өс тапҡыр арттырырға кәрәк.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-01-12/balalar-s-n-y-t-lg-arshy-daua-3102357
Балалар өсөн йүтәлгә ҡаршы дауа
Балалар өсөн йүтәлгә ҡаршы дауа
Автор:
Читайте нас: