Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Декабрь 2022, 10:25

Медицина ойошмалары байрам көндәрендә нисек эшләй?

2022 йылдың 31 декабренән 2023 йылдың 8 ғинуарына тиклем медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу маҡсатында БР Һаулыҡ һаҡлау минтсрлығының приказы менән республиканың медицина ойошмалары етәкселәренә байрам көндәрендә эште ойоштороу буйынса түбәндәге күрһәтмәләр бирелде.

Медицина ойошмалары байрам көндәрендә нисек эшләй?
Медицина ойошмалары байрам көндәрендә нисек эшләй?

  Амбулатор-поликлиника бүлексәләре  2022 йылдың 31декабренән 2023 йылдың 8 ғинуарына тиклем түбәндәге график буйынса эшләй:

31 декабрҙә – шәмбе графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө сәғәт 5-кә тиклем, ҡабул итеү шул иҫәптән ашығыс) сәғәт 4-кә тиклем;

1 һәм 8 ғинуарҙа – йәкшәмбе графигы буйынса – өйҙә хеҙмәтләндереү (шул иҫәптән ашығыс) 4-кә тиклем;

2, 3, 4, 5, 6 һәм 7 ғинуарҙа –  байрам көнө графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө сәғәт 5-кә тиклем, ҡабул итеү шул иҫәптән ашығыс) сәғәт 4-кә тиклем;  

31 декабрҙән һәм с  2 ғинуарҙан 7-нә тиклем халыҡты яңы коронавирус инфекцияһынан иммунлаштырыу үткәрелә, шул иҫәптән дауаханан сығыусы пациенттарға  иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем.   Фельдшер-акушер  пункттарында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа, ауыл табип амбулаторияларында һәм   участка дауаханаларында граждандарҙы иммунлаштырыу буйынса эш медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған график буйынса башҡарыла.   

31 декабрҙә һәм яңы йылдың  2 ғинуарынан 7-нә тиклем   билдәләнгән исемлеккә ярашлы, дауалау препараттары һәм махсуслаштырылған дауалау туҡланыу аҙыҡтары һәм медицина изделиелары менән тәьмин итеү ойошторола, шулай уҡ «Башфармация» дарыухана ойошмалары графигы буйынса ауыртыуҙы баҫа торған препараттар бирелә.   

2023 йылдың 2 ғинуарынан 6 ғинуапрға тиклем оло йәштәгеләргә медицина тикшереүҙәре үткәреү һәм диспансерлаштырыу  ойошторола.    

4 ғинуарҙан 7 ғинуарға тиклем БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының  бәйләнеш үҙәге (122) иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем һәм 8 ғинуарҙа  иртәнге сәғәт 8-ҙән төшкө 2-гә тиклем эшләй.  

31 декабрҙә һәм 2023 йылдың 1 ғинуарынын 8-нә тиклем үҙәк район дарыуханалары һәм уның структур бүлексәләре ял көнө режимы буйынса эшләй.  31 декабрҙә  эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Өфө ҡалаһының дарыуханалары 31 декабрҙә шулай уҡ ял көнө режимы (шәмбе)  буйынса эшләй.   Эш сәғәте бер көнгө ҡыҫҡартыла.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-12-23/meditsina-oyoshmalary-bayram-k-nd-rend-nisek-eshl-y-3084897?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Читайте нас: