Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Декабрь 2022, 21:05

Асавкала өр-яңы ФАП асылды

Тулыраҡ:

Асавкала өр-яңы ФАП асылды
Асавкала өр-яңы ФАП асылды

Бөгөн Балтас районы Асавка ауылында яңы ФАП ишектәрен асты.

Ауыл тормошонда мөһим урын алып торған әлеге яңы ФАП “ Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Медицинаның башланғыс звеноһын модернизациялау” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Тантанала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Рәсәйҙең дәүләт учреждениелары һәм ижтимағи хеҙмәт күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре ижтимағи һөнәри берекмәһенең республика ойошмаһы рәйесе Рәшит Харрасов, Берҙәм республика һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин, үҙәк район дауаханаһы баш табибы Салауат Ғилметдинов ҡатнашты.

 

  • Бөгөн ауыл өсөн ҙур ваҡиға – барлыҡ уңайлыҡтары ла булдырылған фельдшер-акушерлыҡ пунктын асабыҙ. Был Яңы йылға бүләк тиһәк тә була. Халыҡҡа сирләп түгел, ә ябай профилактика үтеү өсөн килеүҙәрен теләйем, - тип барыһын да тәбрикләне Илгиз Әхүәс улы.

Гөлсимә Ғилманшина Асавка ауылы халҡына бына 27 йыл инде медицина хеҙмәте күрһәтә.

  • Бындай ҙур ваҡиғаға беҙ бик шат. Яңы пунктта барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар, йылы, яҡты һәм иркен. Ул барлыҡ стандарттарға һәм нормаларға тура килә. Яңы модулле ФАП 315 кешене хеҙмәтләндерәсәк,- ти Гөлсимә Рәдиф ҡыҙы.

    Тушҡыр ауыл биләмәһе башлығы Булат Әғләмов ауыл тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә булған объектты төҙөүҙә ҙур өлөш индергән кешеләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

    Фирғәт Нәбиуллин.

Асавкала өр-яңы ФАП асылды
Асавкала өр-яңы ФАП асылды
Читайте нас: