Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Декабрь 2022, 09:00

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың шифахана ялына 100 миллион һум йүнәлтелә

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың шифахана-курорт ялына 2023 йылда 100 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр иткәйне.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың шифахана ялына 100 миллион һум йүнәлтелә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың шифахана ялына 100 миллион һум йүнәлтелә

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың шифахана-курорт ялына 2023 йылда 100 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

«Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам тәү сираттағы бурыстарҙың береһе булып тора. Шундай ярҙам сараларының береһе – шифахана-курорт дауалауы буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү. Беҙҙә туғыҙ дәүләт шифаханаһы бар, дауалау-профилактика хеҙмәттәрен күрһәткән шәхси шифахана ойошмалары ла байтаҡ», – тине Андрей Назаров.

Билдәләнеүенсә, ирекле батальондарҙың яугирҙәре йәки өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылғандар бер тапҡыр барып ял итеү хоҡуғына эйә. Уңайлы булһын өсөн шифаханаларҙа резерв номер фонды булдырыла. Һауыҡтырыу учреждениеларының тулы исемлеге һәм хеҙмәт күрһәтеү тәртибе һуңғараҡ баҫылып сығасаҡ.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: