Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Ноябрь 2022, 10:56

“Эшем менән бәхетлемен!”

Гөлшат Нартдинова Балтас үҙәк район дауаханаһында ике тиҫтә йыл тырышып эшләй

“Эшем менән бәхетлемен!”
“Эшем менән бәхетлемен!”

Шәфҡәт туташы һөнәрен һайлаусы кеше изгелек, сабырлыҡ, ярҙамсыллыҡ, башҡаларҙы ҡыҙғана һәм тыңлай белеү кеүек рухи сифаттарға эйә булырға тейеш. Сер түгел, ауырыуҙар йыш ҡына балалар кеүек үҙҙәренә юғары иғтибар һәм хәстәр талап итә. Яҡшы шәфҡәт туташы булып үҙ һөнәрен яратҡан һәм башҡаларға иғтибарлы булған кеше генә эшләй ала. Балтас үҙәк район дауаханаһында ике тиҫтә йыл хеҙмәт һалыусы Гөлшат Нартдинова нәҡ шундайҙарҙың береһе.

Гөлшат Зөфәр ҡыҙы матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Көндәшле ауылында тыуған. Ул бәләкәйҙән үк ғүмерен медицина менән бәйләйәсәген белеп үҫә. Башҡа юлды күҙ алдына ла килтермәй. 1999 йылда урта мәктәпте тамамлап, Бөрө медицина училищеһына юллана. “Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙең теләгән уҡыу йортона уҡырға инеү — үҙе бер ҙур бәхет. Уҡытыусыларыбыҙ үҙ эшенең оҫталары ине. Талапсан һәм ғәҙел булдылар, беҙҙе медицина эшенең нигеҙҙәренә, бар нескәлектәренә өйрәттеләр”, — тип иҫкә ала Гөлшат Зөфәр ҡыҙы оло хөрмәт менән остаздарын.
2002 йылда ул тыуған районына ҡайтып, Балтас үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Бирелә йәш белгес үҙ эшенең оҫтаһына әйләнә. Ваҡыт бер туҡтауһыҙ алға елә, барыһы ла үҙгәрә һәм камиллаша, ләкин хеҙмәт эшмәкәрлеге башындағы кеүек үк әле лә Гөлшат Зөфәр ҡыҙы оло яуаплылыҡ менән пациенттарына ярҙам күрһәтергә ашыға, дауалаусы табип билдәләүен үтәй.
Үҙ һөнәрен бар күңеле менән яратыусы шәфҡәт туташын коллектив та ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙ итә. Ул хеҙмәттәштәре араһында — хөрмәтле, ә дауаланыусылар алдында алыштырғыһыҙ белгес. Асыҡ йөҙлө шәфҡәт туташының һәр кешенең хәленә инә белеүе, үҙ һөнәрен намыҫ менән башҡарыуы райондаштары араһында ҙур ихтирам уята.
— Беҙҙең эштә төрлө саҡтар була. Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, Гөлшат Зөфәр ҡыҙы тыныс булып ҡала белә. Һәр ваҡыт итәғәтле, мәрхәмәтле. Ә был инде уның үҙ эшенең оҫтаһы булыуын иҫбатлай, — ти хеҙмәттәштәре.
Тәжрибәле шәфҡәт туташы күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн төрлө дәрәжәләге Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына эйә була. Әле күптән түгел генә яҙмабыҙ геройы — фтизиатр кабинеты шәфҡәт туташы “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Шулай ҙа иң ҙур бәхет тип, яҡташтары, дауаланыусылар тарафынан әйтелгән ысын рәхмәт һүҙҙәрен һәм уларҙың ихтирамын һанай ул.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ярҙамсы һәм аҙ әһәмиәтле хеҙмәткәрҙәр юҡ, дауаланыусының тормошо һәм сәләмәтлеге өсөн көрәштә уңыш уларҙың һәр береһенә бәйле. Нәҡ бына урта медицина звеноһы ҡулында бик күп мөһим һәм кәрәкле эштәр тупланған, ул табип менән ауырыу араһын “бәйләп тороусы еп” кеүек. Сер түгел, бер генә табип та шәфҡәт туташының ышаныслы эшенән, ярҙамынан башҡа дауалай алмай. Табип эргәһендә уларҙың көндәлек хеҙмәте бик күренмәй ҙә кеүек, ләкин ысынбарлыҡта оло рәхмәткә һәм ихтирамға лайыҡ улар.
Гөлшат Зөфәр ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле, ул — өлгөлө әсәй һәм һөйөклө ҡатын. Уның яуаплы эшен аңлап, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып, кәңәшләшеп йәшәүсе тормош иптәше Рәнис Нартдинов менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.
“Һеҙ эшегеҙ менән бәхетлеме?” — тигән һорауға, Гөлшат Нартдинова:
— Тормошомда берәй нәмәне үҙгәртеү, башҡа юлдан барыу мөмкинлеге булһа ла, мин барыбер ошо юлды һайлар инем. Мин үҙ һөнәремә ғашиҡмын, сөнки һәр көн яратҡан эшеңә ашҡынып барыу — үҙе бәхет. Бына ике тиҫтә йыл ғүмеремде ошо һөнәргә бағышланым. Ярҙамға мохтаж райондаштарым менән күрешәм, хәлдәрен һорашам, ярҙам итәм, кәңәштәр бирәм. Тормошта үҙ урынымды дөрөҫ билдәләп, бәхетемде яратҡан һәм изге хеҙмәттә таптым, тип бер шикһеҙ әйтә алам, — ти.
Асыҡ йөҙлө һәм яғымлы ҡарашлы был гүзәл затҡа ҡарап, медицина хеҙмәткәренең дарыу һәм уколдар менән генә түгел, үҙенең йылы һүҙҙәре, һиҙгер йөрәге һәм хәстәре менән дә дауалауына инанаһың.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

“Эшем менән бәхетлемен!”
“Эшем менән бәхетлемен!”
Автор:
Читайте нас: