Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
5 Ноябрь 2022, 09:55

Әгәр муйынығыҙ ауыртһа...

Яҙмалағы күнекмәләр, ябай рецептар, һис шикһеҙ, ярҙам итер.

Әгәр муйынығыҙ ауыртһа...
Әгәр муйынығыҙ ауыртһа...

Ауыртыуҙы баҫыуҙың иң һыналған ысулдары - йылы бармаҡтар менән еңелсә массаж, шулай уҡ ауыр булмаған физик күнегеүҙәр эшләү. Әлбиттә, иң яҡшыһы - сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү, йәғни көнөнә бер аҙ ваҡытты шәхси күнегеүҙәргә бүлеү. Уларҙы баҫып та, ултырып та эшләргә мөмкин.

1. Танау ярҙамында һауала 1-ҙән 10-ға тиклемге һандарҙы йәки 2-3 һүҙҙе яҙыу ауыртыуҙан яйлап ҡотолорға ярҙам итә. Артабан һандарҙы һәм һүҙҙәрҙе күбәйтә барырға кәрәк.

2. Һуҡ бармаҡтар менән елкәләге баш һөйәге тамамланған - ҡолаҡтарҙан 3 сантиметрҙай эстә ятҡан ике нөктәне 1-2 минут еңелсә һыйпарға.

3. Маңлайҙан, соңҡанан, уңдан, һулдан устар ярҙамында ҡаршылыҡ күрһәтеп, муйынды алға, артҡа эйеү, һулға, уңға бороу күнекмәһе бик һөҙөмтәле. Күнегеүҙәрҙе һәр яҡҡа бишәр тапҡыр, талғын хәрәкәт итеп, көсөргәнмәй, еренә еткереп башҡарырға кәрәк.

4. Ике кәбеҫтә япрағына кер һабыны һөртөп, сода һибеп, бер-береһенә ҡапларға ла таҙа яғы менән ауыртҡан тәнгә һалырға. Тышынан йөн шарф менән уратып, шыумаҫлыҡ итеп бәйләп ҡуйырға.

5. Ҡәһүә ваҡлағыста онталған бер балғалаҡ ялан ҡырҡбыуынын (шыршы үләне) дүрт ҡалаҡ аҡ май менән бергә ҡушып, төнгөлөккә ауыртҡан урынға һыларға була. Өҫтөнә махсус компресс ҡағыҙы йә полиэтилен һалып, йылы әйбер менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк.

Фото: medboli.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-11-04/g-r-muyyn-auyrt-a-3016187
Әгәр муйынығыҙ ауыртһа...
Әгәр муйынығыҙ ауыртһа...
Автор:
Читайте нас: